Балтас районындағы “Уразай” ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендә бүреләр өйөрө йөрөгән. Йыртҡыстар быҙауҙың башына еткән.
“Балтас таңдары” гәзите яҙыуынса, ике көн эсендә дүрт һунарсы эҙәрлекләп йөрөп, дүрт бүрене алған. Тағы икәүһе ҡасып өлгөргән. Йыртҡыстарҙың ауырлығы 80-90 килограмм тәшкил иткән.
Тәжрибәле һунарсы Фәрис Ғәләүетдинов әйтеүенсә, бүреләргә һунар бик хәүефле эш. Шуға күрә йыртҡыстарға һунарҙы күмәк көс менән генә ойошторорға кәрәк, ти ул.
Һунарсыларҙың бүреләрҙе атыуға тейешле бөтә документтары бар, ә ғинуарҙа һунар итеүгә рөхсәт бирелгән.