Мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булған ҡош көҙ көнө ауыл янындағы Таналыҡ быуаһында боҙ ҡамауында ҡала. Бәхеткә күрә, айырылып ҡалған аҡҡошто ошо ауылда тыуып-үҫкән һунарсы Йәмил Иҫәнтаев күреп ҡала һәм йортона алып ҡайта. Уны тәрбиәләүгә күршеһе Зөбәйҙә Таулыҡаеваға тапшыра.
Әммә ят ҡунаҡ һаман булһа үҙен ҡотҡарыусыларға эйәләшмәй. "Өйрәнмәй беҙгә, ыҫылдай, ҡанаты менән һуға, тешләмәксе була. Ҡырағай булып ҡалыуы яҡшыраҡ та, сөнки беҙ уны яҙғыһын кире тәбиғәткә, йәғни күлгә ебәрергә уйлайбыҙ. Шуға күрә кешегә өйрәнһә, йә атып китерҙәр, тигән шик тә бар. Бәлки, үҙ тубына ҡушылып та ҡуйыр", - тигән ышаныста Йәмил Иҫәнтаев.