Ҡырағай мөхит
15 Февраля 2020, 10:40

Депутат менән эшҡыуарҙың вәхшилеген аҡларлыҡмы?

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Улар яралы бүренең ыҙалағанын күҙәтеп көлә, ә ҡанға батҡан йыртҡыс ярлыҡауҙы үтенгән кеүек әрнеткес итеп олой...

Интернет киңлектәрендә ошо көндәрҙә видео таралды: ике һунарсы бүре аулай. Тәү ҡарамаҡҡа бер нәмәһе лә юҡ кеүек: һунар миҙгеле бара, хужалыҡтарға зыян килтергән йыртҡысты атырға рөхсәт бирәләр.
Әммә бында икенсе күренеш иғтибарҙы йәлеп итә. Һунарсыларҙың аяуһыҙлығы һәм ҡанһыҙлығы йөрәкте өшөтә: улар яралы бүренең ыҙалағанын күҙәтә, унан көлә, ә ҡанға батҡан бахыр йыртҡыс ярлыҡауҙы үтенгән кеүек әрнеткес итеп олой, яфалаусыларынан ҡасырға маташа...
Был хаҡта “Комсомольская правда” гәзите хәбәр итә. Инә һәм ата бүреләрҙе аулап, видеолар төшөргән "геройҙар" Балтас районында билдәле кешеләр – депутат һәм бизнесмен булып сыҡҡан. 53 йәшлек Марат Хәйруллин – урындағы Совет депутаты, шулай уҡ киң даирәлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Унан тыш, Балтас районының “Сельэнерго” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы етәксеһе лә.
33 йәшлек Булат Борханов та – аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар, икмәк бешереү цехы һәм киосктары бар. Унан тыш, тағы бер нисә йүнәлеш буйынса йүнселлек менән шөғөлләнә.
Ролик социаль селтәрҙә барлыҡҡа килеү менән халыҡ ике яҡҡа бүленгән. Бәғзеләр йыртҡыстарҙы аулау бер нәмә лә түгел тиһә, икенселәр, йәнлекте мыҫҡыллауҙы башҡа һыймаҫлыҡ хәл һәм был ике әҙәмде яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк, тип белдерә. Әйткәндәй, һунарсылыҡ тураһындағы ҡануниәттә лә хайуандар мәнән ҡанһыҙ мөрәжәғәт итеүгә юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеге билдәләнә.
Нисек кенә булмаһын, яралы йыртҡысты мыҫҡыллау – вәхшилеккә тиң һәм һунарсы ҡанундарына бер нисек тә тап килмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас