Ҡырағай мөхит
24 Февраля 2020, 12:35

Балыҡтарҙы ҡотҡарҙылар!

Юғиһә кемдер шуны көтөп кенә тороп, эре-эре балыҡтарҙы тоҡлап ташый башлай, һөҙөмтәлә улар ныҡ ҡына кәмей.

Әбйәлил районының Аһылай (халыҡ телендә – Өскүл) ауылы күлдәргә бай. Балығы ла бар һыу ятҡылыҡтарының.
Ҡыш көнө шул балыҡтар, һыуҙа кислород етешмәй, тонсоға башлай. Быны уларҙың мәке ауыҙына күпләп йыйылыуынан белергә була. Урмансы Нурислам Кәримов эшкә барышлай Өскүл күлендә ошо хәлде күреп, ҡайтҡас, ауылдан Руслан Сәғитов исемле егетте алып килеп, балыҡтарға мәке уялар.
Һыуҙы кислород менән байытыр өсөн, улар мотопомпа менән бер мәкенән икенсеһенә һыу ағыҙа. Бер сәғәттәй шулай эшләгәс, балыҡтар юҡҡа сыға. Тимәк, күл кислородҡа байыны, тигән һүҙ.
Афарин! Юғиһә кемдер шуны көтөп кенә тороп, эре-эре балыҡтарҙы тоҡлап ташый башлай, һөҙөмтәлә улар ныҡ ҡына кәмей.
Нурислам Кәримов фотоһы.
Читайте нас