Көйөргәҙе районында өс кеше законһыҙ рәүештә һунар итеүҙә ғәйепләнә.
Тәүтикшереүҙәр асыҡлауынса, Көйөргәҙе районының 53-әр йәшлек ике кешеһе һәм Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 47 йәшлек ир кеше ҡорал алып, ҡаргиҙәрҙәрҙә Бәхмүт ауылынан алыҫ түгел урынға һунарға йүнәлгән. Урманда улар ике ҡоралайҙы тап иткән. Меҫкен йәнлектәр браконьерҙарҙың табышына әйләнгән.
Әммә, “һунарсылар”ға ит түшкәләрен алып китергә ошо төбәктең иғтибарлы кешеләре ҡамасаулаған. Ҡурҡыштарынан браконьерҙар ҡасыу яғын ҡарай. Атылған ҡоралайҙар ғына ҡар өҫтөндә ятып ҡала.
Ғәйепләнеүселәр шул көндө үк тотола. Уларҙан икешәр ҡаргиҙәр, һунар мылтығы, патрондар тартып алына.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.