Өлкән йәштәгеләр ҙә, фенологтар ҙа быйыл яҙҙың иртә килеүен фараз итә. Ысынлап та, ҡыш артҡа сигенергә теләмәһә лә, ҡарҙың тиҙ иреүе, йылға өҫтөнә шәре сығыуы, ҡоштарҙың сутылдашып һайрауы иғтибарҙы йәлеп итә. Был шатлыҡлы күренештәрҙең барыһы ла ҡара ергә иртәрәк аяҡ баҫыуға ышанысты көсәйтә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, көндәрҙең йылы тороуы, ерҙең һәм асфальттың ҡарҙан әрселеүе инфекция таратыуға, төрлө йоғошло ауырыуҙарҙың аҙыуына юл аса ла инде. Ҡулды кер һабыны менән йыш йыуырға, лимонлап сәй эсергә, һарымһаҡ ашарға кәрәк тигән кәңәштәрҙе тоторға кәрәк.
Инфекция тигәндән, ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың, айырыуса күгәрсендәрҙең йоғошло ауырыу таратыусы ҡош икәнен беләһегеҙме?
Эшкә күп осраҡта йәйәү йөрөйөм. Бер йорттоң өсөнсө ҡатында һәр саҡ күгәрсендәр өйкөлөшкәненә иғтибар иттем. Баҡтиһәң, кемдер тәҙрәһе тәңгәленә тағараҡ элеп ҡуйған да форточкаһын асып күгәрсендәрҙе ашата. Урамға сығырға кәрәкмәй, рәхәт тә инде. Тик ундағы хәшәрәтлекте күрһәгеҙ?! Тәҙрә бысраҡ, эргә-тирәһендә аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә ятмай...
– Бигерәк тә ҡала күгәрсендәре төрлө йоғошло ауырыу таратыусан, – тип һөйләй табип-инфекционист Рәсимә Ҡотлоярова. – Улар ҡайҙа ғына соҡсонмай. Фатирҙа тутыйғош аҫырағандар, бәлки, уға прививка яһаталыр, ә был ҡоштар кемгә кәрәк инде... Өфөлә күгәрсендәрҙең күпме булыуын да белмәйбеҙ бит. Шуға күрә лә күгәрсенде тотһағыҙ, ул усығыҙҙан ашаһа, ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ. Ғөмүмән, һәр ваҡыт һаҡланыу сараларын күрегеҙ.