Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Март 2020, 15:40

Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайтты!

Ғәҙәттә, аҡҡоштар йылы яҡтан апрелдә ҡайта. Ә ни өсөн улар быйыл иртәләгән?

Әле ҡар, әле ямғыр яуып торһа ла, яҙ тулыһынса үҙ хакимлығына инә бара.
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостандың төрлө төбәктәренә аҡҡоштарҙың күпләп ҡайтыуы күҙәтелә. Был һүрәттәге ҡошҡайҙарҙы Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһында фотоға төшөрөп алғандар.
Әлшәй һәм Дәүләкән яҡтарына аҡҡоштар быйыл тағы ла иртәрәк – 9-14 март тирәһендә үк ҡайтты, тип хәбәр итә социаль селтәр менән ҡулланыусылар.
Ғәҙәттә, аҡҡоштар йылы яҡтан апрелдә ҡайта. Быйыл уларҙың тыуған төйәктәренә иртә ҡуҙғалыуы йылы ҡыш һәм иртә яҙ менән бәйле, ти белгестәр.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: