Ҡырағай мөхит
29 Марта 2020, 11:30

Мышы яҙҙы көтөп алғас...

Атыу тауыштары ишетелгән яҡҡа барһалар...

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Краснокама районы буйынса бүлегенә “Имәнлек” тип аталған урындан атыу тауыштары ишетелгәне хаҡында хәбәр алына.
Сигнал булған ергә шунда уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт һунарсылыҡ инспекторы Аяз Килмәтов полиция хеҙмәткәрҙәре менән бара. Һөҙөмтәлә улар мышы тиреһе ҡалдыҡтарына һәм тояҡтарына юлыға, артабан биш тоҡҡа тултырылған ҡыр хайуаны ите табыла. Йыраҡ булмаған ерҙә браконьерҙар ҡулға алына, улар рөхсәтһеҙ килеш мышы атыуға ғәйепләнә.
Аяз Килмәтов белдереүенсә, хәҙер һунар миҙгеле ябыҡ, Краснокама районы биләмәһендә мышы атыуға рөхсәт бөтөнләй бирелмәгән. Тәбиғәткә, йәнлектәр донъяһына зыян килтергәндәргә ҡарата енәйәт эше асылған. Дөйөм зыян хаҡы 400 мең һум тирәһе тип баһаланған.
Фото: ecologi.bashkortostan.ru
Читайте нас