Ҡырағай мөхит
26 Июня 2020, 19:45

Аяҡҡа баҫһын инде болан балаһы

Тояҡтары ҡанһыраған меҫкен хайуанҡай Әбйәлил районы баҫыуҙарының береһендә табылған.

Тояҡтары ҡанһыраған меҫкен хайуанҡай Әбйәлил районы баҫыуҙарының береһендә табылған. Ярай әле ҡанһыраған болан балаһына мәрхәмәтле кешеләр осраған, уны үҙҙәренә алып ҡайтҡан.

Болан балаһының аяҡтары ҡанға батҡан булған, күрәһең, ул бесән сапҡысҡа эләккәндер. Бер айлыҡ боланҡайға кәзә һөтө эсереп, изге күңелле кешеләр уға операция яһаған. Табылған хайуанҡай әле йүнәлеүгә табан бара, уны ҡасан ҡайтанан иреккә сығарырҙар, әлегә билдәһеҙ...
Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас