Ҡырағай мөхит
15 Сентябрь 2020, 06:30

Бесәнлектә... айыу үлгән

"Беҙҙең урмандарҙа элек айыу булманы, был тиклем ҙур һәм ҡара айыу ҡайҙан килеп сыҡты икән?" - тип аптырай кешеләр.

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә бесәнлектә үлеп ятҡан айыуҙың фотоһы күп бәхәстәр тыуҙырҙы. Был хәл Балтас районының Нажар ауылы янындағы бесәнлектәрҙең береһендә күҙәтелгән. Ауыл халҡы үлгән айыуҙың кәүҙәһенә юлыға. Бигерәк тә халыҡты "урман хужаһы"ның үтә ҙур кәүҙәле булыуы хайран итә. "Һыйыр ҙурлығындағы" айыуҙың яланға сығып һәләк булыуы ла ғәжәп. "Беҙҙең урмандарҙа элек айыу булманы, әммә һуңғы йылдарҙа бик һирәк булһа ла осрап ҡуя. Шулай ҙа был тиклем ҙур һәм ҡара айыу ҡайҙан килеп сыҡты икән?" - тигән ише һорауҙар яҙа кешеләр.
Ауыл халҡы ҡул ҡаушырып, шөрләп ҡалмаған - экскаватор менән ер ҡаҙып, "урман хужаһы"н күмеп ҡуйғандар.
Хәҙер ауыл халҡы айыу тере сағында уларға осрамауына һөйөнә. Ни тиһәң дә, йыртҡыс хайуан кешеләрҙе аяп тормаҫ ине...
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас