Ҡырағай мөхит
12 Ноябрь 2020, 09:15

Әлегә ҡош киҙеүе килеп етмәгән

Сир инмәһен өсөн предприятиелар барыһын да эшләй. Ә шәхси хужалыҡтарға...

Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай тип хәбәр иткәйнек инде. Сир республика сиктәренә яҡын килеп етте. Иң яҡын усаҡҡа тиклем – ни бары биш километр. Шуға күрә ҡош киҙеүен индермәү өсөн әле төрлө иҫкәртеү һәм күҙәтеү саралары башҡарыла.
Сир бына ғына торған Силәбе өлкәһе менән Татарстан Республикаһында аҙа башлаған. Күрше республиканың Мөслим районындағы фермер хужалығында табылған ул. Бында биш мең баш ҡаҙ аҫрағандар, ә ҡош киҙеүе асыҡланғас, уларҙың бөтәһен дә юҡҡа сығарғандар. Тап ошо хужалыҡ беҙҙең сиктән бер нисә километр ғына алыҫлыҡта. Ошоларҙы иҫәпкә алып, бөтә республикала карантин режимы ғәмәлгә индерелде.
Благовар районындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы ныҡлы иҫкәртеү саралары күрә. Предприятие ҡапҡаһы янында дезинфекция барьерҙары ҡуйылған. Бында ингән бөтә машиналар мотлаҡ эшкәртелә. Ҡош-ҡорт иһә ябыҡ бинала тотола. Тик хәүеф барыбер бар, сирҙе ҡырағай ҡоштар тарата. Уларҙы предприятиеға яҡын ебәрмәү өсөн дә саралар күрелә: репродуктор аша йыртҡыс ҡоштар – ыласын, ҡарсыға, шоңҡарҙың тауыштарын ҡуялар. Был башҡа ҡоштарҙы ҡурҡыта, һәм улар яҡын килмәҫкә тырыша.
Белгестәр аңлатыуынса, республикаға ҡош киҙеүе һыуҙа йөҙгән һәм синантроп ҡоштарҙан йоғоуы ихтимал. Синантроп ҡоштар төрөнә турғай, ҡарға, күгәрсендәр ҡарай. Ғәҙәттә, улар үҙҙәре ауырымай, тик сирҙе таратыусы булып тора. Әйткәндәй, ҡош киҙеүенең кеше өсөн дә хәүефе бар.
Әлеге ваҡытта республиканың ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы хеҙмәткәрҙәренең эше артҡан. Мәҫәлән, ҡоштарҙың ҡанын алыу өсөн тәүҙә венаһын табырға кәрәк. Был, әлбиттә, еңел түгел, тик улар ҙа үҙ эштәренең оҫтаһы. Бында тәүлек әйләнәһенә тиерлек ПЦР-тестар үткәрелә. Шулай уҡ республикаға хәүефле төбәктәрҙән индерелгән ҡошсолоҡ тауарҙары ла тикшерелә.
– Бөтә ҡошсолоҡ фабрикалары планға ярашлы күҙәтеү тикшереүҙәре үтә. Бөгөнгә ҡарата һөҙөмтәләр кире күрһәткес бирҙе, – ти лабораторияның бүлек мөдире Рәсимә Хәйерзаманова.
Өс йыл элек республикала махсус мобиль отряд булдырылған ине. Унда 20 берәмек техника иҫәпләнә. Шул иҫәптән дезинфекция өсөн машина, крематор һәм тейәгес бар. Республикала күсмә ветеринария-диагностика лабораторияһы ла эшләй. Унда барлыҡ кәрәкле ҡорамал бар. Машина кәрәк булыу менән республиканың теләһә ҡайһы нөктәһенә сығып китә ала.
– Бөгөн республикала сир була ҡалһа, вируслы һәм бактериаль инфекцияны юҡҡа сығарыу өсөн етәрлек дезинфекция саралары запасы бар, – ти республиканың Ветеринария хеҙмәте идаралығының бүлек начальнигы Руслан Байкиев.
Дөйөмләштереп әйткәндә, республикала ҡошсолоҡ предприятиеларына сирҙе индермәү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Тик шуны ла оноторға ярамай: шәхси ихатала үҫтерелгән ҡош-ҡорттоң да инфекция эләктереүе ихтимал. Шуға күрә тиҙ арала ҡышҡа тип һимерткән һуғымды һуйырға кәрәк. Ә ҡалғандарын тышҡа сығармай, һарайҙа ғына тотоу зарур. Бынан тыш, сит өлкәләрҙән ҡош-ҡорт аҙығы алыу ҙа хәүефле. Бары ышаныслы ҡулдан ғына алырға кәрәк.
– Ошондай оборонаны беҙгә кәмендә өс аҙна тоторға кәрәк. Ошо осорҙо нисек тә имен үткәреп ебәреү мөһим. Төп талап – ҡош-ҡортто һарайҙан бөтөнләй сығармау, – ти Ветеринария хеҙмәте етәксеһе Азат Йыһаншин.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас