«Ҡала мөхите» милли проектына ярашлы, Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереү, ҡаланың тышҡы йөҙөнә үҙгәрештәр индереү буйынса эштәр дауам итә. Яр буйында ял итеү урындары булдырыла, йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар һалына, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Төҙөлөш эштәре ҡыш миҙгелендә лә туҡтамай, тип хәбәр итә “Көнгәк” гәзите хәбәрсеһе Лена Хәйруллина.
Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуар Сергей Глухов бөртөклө аҙыҡ биреүсе аппараттарға ҡағылышлы проектын тәҡдим иткән. Йүнселгә был проектты уйлап табырға ҡала халҡы яратып өлгөргән өйрәктәр этәргес биргән. Кешеләр йылға буйлап үтеп барышлай ҡоштарға ниндәй ҙә булһа аҙыҡ бирергә ғәҙәтләнгән. Ә өйрәктәргә ондан бешерелгән ризыҡ бирергә ярамай. Ауыр эшкәртелгән аҙыҡ ашҡаҙандарына йәбешеп, йыш ҡына ҡоштарҙың һәләк булыуына килтерә. Уларҙы бары тик махсус ризыҡ, иген, йәшелсә-емеш менән генә һыйларға мөмкин.
Эшҡыуар яр буйы биләмәһендә бөртөклө аҙыҡ бирәсәк аппарат урынлаштырмаҡсы. Ул теләгән һәр кемгә өйрәктәрҙе ашатырға мөмкинлек бирәсәк.
Әлегә ҡорамалдың ҡайҙа урынлаштырыласағы билдәһеҙ, яҡын арала мәсьәлә хәл ителәсәк. Үҫеп килгән быуында тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, мәрхәмәтлек тәрбиәләү маҡсатын да үҙ эсенә алған проект яҙ башында ғәмәлгә ашыр, тип көтөлә.
Фото: “Көнгәк” район һәм ҡала гәзите.