Эттәр ҙә төрлө яҙмышлы була, улар ҙа тере йән эйәләре, кешеләрҙең шәфҡәтлелегенә мохтаж. Күптән түгел Лаки тигән эттең яҙмышы ыңғай хәл ителеүенә ҡыуанып яҙғайныҡ, әммә был бәхетле тормош оҙаҡҡа бармаған...
Мәғлүм булыуынса, Нефтекама ҡалаһынан Радмир Минғәлиев бер этте 20 градуслы һыуыҡта үлемдән ҡотҡара һәм өләсәһенә урынлаштыра. Уны дауалайҙар, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыралар.
“Күңелһеҙ яңылыҡ менән уртаҡлашҡы килмәй, әммә битараф булмағандар был хаҡта белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Лаки көтмәгәндә беҙҙе ташлап китте. Ярҙамығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт. Тыныс йоҡла, Дуҫ”, – тип яҙған социаль селтәрҙә Радмир.
Егет этте алып ҡайтҡанда уҡ ул ауыр хәлдә була, шулай ҙа уны тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырыуға өлгәшәләр. Тик хайуанҡайҙың ғүмере ҡыҫҡа булған шул.