Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
24 Февраль 2021, 00:00

Ауылға бүреләр яҡынлашып...

Уларҙың туйға әҙерләнгән саҡтары була...

Дыуан районының Митрофановка ауылы янында һунарсылар биш бүрене атып алған. Был хаҡта райондың "Дуванский вестник" гәзите хәбәр итә.
Ауылға яҡын уҡ килгән йыртҡыстар хаҡында һунарсылыҡ инспекцияһына ауыл халҡы шылтыратып әйтә. Биш кешенән торған бригада шунда уҡ әйтелгән урынға йүнәлә һәм өйөр артынан ҡыуа төшә. Һунарсылар бер ыңғайҙан биш бүрене атып ала.
Йыртҡыстар бер һәм ике йәшлек йәш бүреләр булып сыға. Һунарсылар әйтеүенсә, әле уларҙың “туй”ға әҙерләнгән сағы. Шулай ҙа бер ыңғайҙан биш бүрене атып алыу – һирәк осраған табыш, сөнки улар бик аҡыллы, һаҡ йәнлектәр.
Был күренеш “урман санитарҙары” һанының ныҡ артыуы тураһында ла һөйләй. Һыуыҡ көндәрҙә йыртҡыстар ашарға эҙләп, ауылдарға яҡынлаша, халыҡтың мал-тыуарына һөжүм итә. Һуңғы осорҙа республиканың төрлө төбәктәрендә ошондай хәлдәр йыш күҙәтелә башланы.
Фото: "Дуванский вестник".
Читайте нас: