Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
27 Февраль 2021, 12:00

Бер аҙнала алты бүре алған!

Абау, имәнес! Учалыла аулаған бүре кешенән дә ҙурыраҡ күренә...

Һуңғы йылдарҙа көҙөн малдарҙы айыу һуғыу, ҡыш йорт хайуандарына йә кешеләргә бүреләрҙең ташланыу осраҡтары йышайҙы. Быйыл ғына Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Баймаҡ, Дыуан райондарындағы шундай хәлдәр тураһында яҙҙыҡ.
Ошо арала социаль селтәрҙәрҙә йәнә был йыртҡыстарға бәйле фоторәсемдәр һәм видеояҙмалар таралды. Аттарға һөжүм иткән бүреләрҙе бер төркөм ир-егеттәр аулап алғаны хаҡында ине улар.
Ҡыҙыҡһынып, телефон аша унда ҡатнашҡан бер һунарсыны табып, бәйләнешкә индем һәм ваҡиғаларҙы бәйән итеүен үтендем. Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан Алмас Мәсәлимов һорауҙарыма ихлас яуап бирҙе. Ул иптәштәре менән бер аҙна эсендә генә алты бүре аулаған.
– 16 февралдә беҙҙең райондың Ҡужан ауылы егете, бер бейәне бүреләр ашаны, тип хәбәр итте. Барып таптым үҙҙәрен. Ул мәлдә бер үҙем генә инем, шуға берәүһен генә аулай алдым. Ҡужандан Әүмешкәсә баҫтырып барып атып алдым.
Ә 19 февралдә Учалы районының Миндәк ауылынан, бүреләр бер тайҙың башына етте, тип яҙҙылар. Иртәгәһенә Әбйәлилдән өс кеше, Фәнис, Вадим һәм мин, юлға сыҡтыҡ. Иртәнге сәғәт 11-ҙәрҙә учалылар йәнлектәрҙең атҡа һөжүм иткән урынын алып барып күрһәтте. Эҙҙәренә ҡарап, уларҙың өсәү икәнен самаланыҡ. Арттарынан ҡыуа төшөп, икәүһен ауланыҡ.
22 февралдә иһә үҙебеҙҙең Әбйәлилдә, ете бүре бер тайға һөжүм итеп талаған һәм Ишҡол ауылы янында тағы берәүһен ашағандар, тигән хәбәр килде. Иртәгәһенә мин, ҡустым Фәнис, Булат, Марсель һәм Урал күмәкләп бүре баҫтырырға киттек. Бөрсөнсө күле буйында ете йыртҡыстың өсәүһен йыҡтыҡ.
Бүрегә ете-һигеҙ йыл ҡаргиҙәрҙә һунар итәм. Өс-дүрт йыл Фәнис һәм Вадим менән бергәләшеп йөрөйбөҙ, – тип һөйләне Алмас.
Фотоларҙы ҡарайым. Абау, имәнес! Учалыла аулаған бүре кешенән дә ҙурыраҡ күренә! Ай тамамланып, һунар миҙгеле ябылғас, Алмас был шөғөлө тураһында ентекләберәк бәйән итергә вәғәҙә бирҙе.
Фото: А. Мәсәлимовтың шәхси архивынан.
Читайте нас: