Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
25 Март 2021, 13:30

Фатирында... бүре тота

Алиданың бәләкәй улы Кира менән ҡосаҡлашып уйнай. Әйткәндәй, эт башҡа был хайуандар кеүек өрә белмәй, ни бары олой ғына.

Был ғәҙәти булмаған хәл тураһында Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрселәре һөйләне. Өфөлә йәшәгән Алида Насирова фатирында бәләкәй улы, бесәй һәм... бүре менән йәшәп ята! Был турала ишетеү менән беҙ ҙә социаль селтәрҙәргә инеп, ғаиләне эҙләй башланыҡ, уларҙың ысынлап бүре менән йәшәгәнен үҙ күҙебеҙ менән күрергә булдыҡ һәм таптыҡ!
Алида Кира ҡушаматлы инә бүрене 28 көнлөк сағында алған һәм бына ун ай улар бергә йәшәй. Бүре балаһы Силәбе өлкәһендәге приютта йәшәгән. Бында бүреләрҙе социалләштереү һәм гибридтар үҫтереү менән шөғөлләнәләр икән. Кираның әсәһе – таҙа ҡанлы бүре, ә атаһы - яртылаш маламут тоҡомло эт.
Ғаилә Өфөләге ябай фатирҙа йәшәй. Әйткәндәй, тап Кира арҡаһында Алида фатир алған да. “Бүре һәм башҡа йәнлектәр менән ҡуртымдағы фатирҙа йәшәү еңел түгел, шуға күрә, беҙ үҙ фатирыбыҙҙы алырға тәүәкәлләнек. Бының өсөн дә Кираға рәхмәт”, – ти хужабикә.
Социаль селтәрҙәрҙәге фото һәм видеоларға ҡараһаң, улар бүре менән бик татыу һәм ҡыҙыҡ йәшәй. Алиданың бәләкәй улы Кира менән бергә ултырып олой, ҡосаҡлашып уйнай. Әйткәндәй, Кира башҡа эттәр кеүек өрә белмәй, ни бары олой ғына. Алида иһә бүрене бик ярата, уны көн дә тышҡа йөрөргә алып сыға, тәмлекәстәр менән күңелен күрә.
Фатирҙа бүре йәшәй башлағас, тәүҙә бесәйҙәре бер ҙә шатланмай. Тик шаян Кира бесәйҙе лә дуҫы итеп ала һәм хәҙер бергә уйнайҙар.
– Ул бик иркә. Кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә, сөнки уларҙан зыян, насарлыҡ күргәне юҡ. Эттәргә лә, кешеләргә лә ҡарата агрессия күрһәтмәй. Хатта уны тешләһәләр ҙә, ҡолаҡтарын ҡыҫа ла, матур итеп ҡарай ҙа уйнарға саҡыра башлай, – ти хужабикәһе.
Алида ошо ваҡыт эсендә бүренең холҡон яҡшы өйрәнгән. Әгәр эттәр хужаһына бик бәйле булып, уларһыҙ йәшәй алмаһа, бүре – үҙаллы. Ул тоғро күҙҙәр менән ҡарамай. Тап ошо холҡо арҡаһында Алида уны алған да. Тышҡа сыҡҡанда эт-бүре бауға бәйле килеш мотлаҡ тимер морондоҡта йөрөй. Ә бына урманға барһалар, ул рәхәтләнеп, бауһыҙ-морондоҡһоҙ уйнап күңел аса.
– Мин уны урманға ҡасыр тип ҡурҡмайым. Кираны минең янда бәйле булыуы түгел, ә еҫем тота. Ул йыраҡҡараҡ китеп, минең еҫте тоймай башлай икән, кире әйләнеп килә һала. Улар эттәргә ҡарағанда күп тапҡыр һиҙгерерәк, – ти ул.
Хужабикә фекеренсә, Кира урман мөхитендә бер ҡасан да булмаған һәм бүре өйөрө менән түгел, ә кешеләр мөхитендә тәрбиәләнгән. Шуға күрә ул тәртипле, кеше өсөн хәүефле түгел.
Фото: vk.com/abeille_n
Читайте нас: