Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Март 2021, 21:00

Йәш эшҡыуар ни өсөн дүрт ай буйы урманда йәшәгән?

Табыш эҙләп, эргәһендә ҡабандар, бүреләр урала... Ә егет...

Йыш ҡына уңышҡа өлгәшкән эшҡыуарҙарға ҡарайбыҙ ҙа, аҡсаһы күп, тимәк, проблемалары ла юҡтыр, тип уйлайбыҙ. 34 йәшлек йүнсел Денис Мусин хаҡында ла шулай тип фекер йөрөткәндәрҙер. Уның хаҡында “КП-Өфө” яңылыҡтар порталы яҙып сыҡҡан.
Денис Мусин - бер нисә фирма ойошторған бизнесмен. Әммә бай егеттең эске торошон күптәр белмәгән, ул бик ныҡ төшөнкөлөккә бирелеп, үҙ-үҙе менән туҡтауһыҙ көрәшеп йәшәгән. Һаулығы менән проблемалар булыуы сәбәпле, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан. Элегерәк фажиғәле хәлгә тарып, бер күҙе күрмәй башлаған. Бихисап операциялар ҙа ярҙам итмәгән, киреһенсә, хәл тағы ла ҡатмарланған: көслө дарыуҙар йоғонтоһонда ике аяғының да һөйәгендә никроз башланған, һөҙөмтәлә һәр аҙымы түҙгеһеҙ ғазап килтерә башлаған.
Упҡын ситенә етеп, яҡшыға өмөтөн юғалта яҙғанда, үҙ-үҙен ҡулға алып, уникаль тәжрибә үткәрергә тәүәккәлләй ул – Башҡортостандың кеше аяғы баҫмаған урмандарында ҡыш сығырға ҡарар итә. Ырымбурға сиктәш ерҙе һайлай. Яҡындары менән бергә тирмә яһап ултырталар. Унда егет эте менән генә йәшәй: мейес яға, мәкелә йыуына. Табыш эҙләп эргәлә уралған ҡабандарҙы, бүреләрҙе ҡурҡытып көн күрә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, дүрт ай буйы ҡырағай мөхиткә, тәбиғәттең иҫ киткес хозурлығына һоҡланып йәшәй.
Һөҙөмтәлә тормошона яңыса ҡарарға өйрәнә, тәнендә еңеллек тойоп, бөтөнләй башҡа - яҡты уйҙар менән өйөнә әйләнеп ҡайта көслө ихтыярлы ир.
Тәбиғәттең бына шундай көс-ҡөҙрәтен аңлап еткермәйбеҙ шул...
Фото "КП-Өфө" сайтынан.
Читайте нас: