Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Апрель 2021, 09:00

Яҙ ҡояшы айыуҙы ла уятҡан...

"Башҡортостан" милли паркында айыу уянған.

Яҙ быйыл бер аҙ һуңлаһа ла, бар тәбиғәт йоҡонан уяна: йылы яҡтан ҡоштар ҡайта, ҡышҡы йоҡоға талған хайуандар өңдәренән сыға. Кисә Бөрйән районында урынлашҡан "Башҡортостан" милли парк хеҙмәткәрҙәре айыу эҙҙәренә юлыҡҡан. Тайыш табандарҙың йоҡоһонан уяныу ваҡыты быйыл һуңға ҡалған. Оҙайлы йоҡоға һауа торошо йоғонто яһаны инде. Ҡыш та оҙаҡҡа һуҙылды, ҡары ла күп, шуға ла айыуҙар йылы өйҙәренән сығырға ашыҡмағандар.

- Тәүге 10-15 көндә айыуҙар бик әүҙем булмай, улар оялары тирәһендә генә йөрөй. Һауа торошо боҙолоп китһә, бер нисә көнгә кире урындарына инеп ятырға мөмкин, - ти милли парк директоры Владимир Кузнецов.
Парк биләмәһендә Башҡортостандың "Ҡыҙыл китабы"на индерелгән хайуандарҙың 75 төрө иҫәпләнә, 38-е Рәсәйҙең "Ҡыҙыл китабы"на, 23-ө Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһының "Ҡыҙыл китабы" индерелгән.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: