Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
7 Апрель 2021, 20:30

“Ҡыуышлы ҡарағас һаҡланырға тейеш!”

Сибайҙан Х класс уҡыусыһы Тимур Байрамғолов ниндәй мөһим мәсьәләне күтәреп сыҡты, ул нимә эшләргә йыйына?

Сибай ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан өс тиҫтә самаһы саҡрым алыҫлыҡта, Ғәҙелша шарлауығынан дүрт километр арауыҡта, юҡҡа сыҡҡан Ғәҙелша ауылы янында бик үҙенсәлекле ағас үҫә. Уның олоно эсендә ҙур ғына ҡыуыш хасил булған. Олораҡ быуын вәкилдәре хәтерләүенсә, элек был ҡыуышта Ғәҙелша ауылы балалары йыш уйнаған.
Сибай ҡалаһынан Х класс уҡыусыһы Тимур Байрамғолов әлеге тәбиғәт байлығы тураһында “Һин йәшәргә тейеш!” тигән инша яҙып, “Минең бәләкәй Ватаным: тәбиғәт, мәҙәниәт, этнос” Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яулаған. Тимур үҙенең тикшеренеү эшендә был ҡарағасҡа сама менән 200-250 йыл булыуын билдәләй. Шулай уҡ уның тәбиғәт һәйкәле статусына эйә булмауы мәсьәләһен күтәреп сыға һәм был һорау ыңғай хәл ителеп, шундай үҙенсәлекле ағас мотлаҡ дәүләт ҡурсалауы аҫтына алынырға тейеш, тип иҫәпләй.
“Был эшемде дауам итеп, “Ағастар – йәнле тәбиғәт һәйкәлдәре” Бөтә Рәсәй программаһында ҡатнашырға теләйем. Беҙҙең төбәк ҡарағасын Рәсәйҙең оло йәштәге ағастары Милли реестрына индертеүҙе маҡсат итеп ҡуям”, - ти Тимур. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә экология буйынса конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, бихисап еңеүҙәр яулаған.
Фото Тимур Байрамғоловтың һәм авторҙың архивынан.
Читайте нас: