Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Апрель 2021, 14:30

Күҙен сығарғансы туҡмаған...

Даша бер кемгә лә ҡамасауламаған, бәйҙә булған һәм ояһында йоҡлап ятҡан.

Учалы районындағы эттәр һәм бәләкәй балаға бәйле фажиғә йәмғиәттә бик ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы. Электән кешенең дуҫы һәм ярҙамсыһы булған эттәр ҡурҡыныс дошманға әйләнде лә ҡуйҙы.
Эйе, ҡанһыҙ кешеләр һәр саҡта ла күп ине. Хәҙер иһә улар артты кеүек. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында бер әҙәм аҡтағы бөтә булған асыуын яҡлауһыҙ, бәйле эткә төшөргән.
Был хәл уҙған ялдарҙа төн менән Пугачев урамында була. Даша ҡушаматлы эт урындағы автосервиста йәшәгән. Ул һәр саҡ бәйҙә торған һәм ояһы ла булған. Эт бер ҡасан өрмәгән, тыныс һәм кешегә ташланмаған. Ир кеше йоҡлап ятҡан йәнлек янына килгән һәм уны туҡмай башлаған. Меҫкен эткә ныҡ эләгә, ир уның күҙҙәрен сығарғансы таяҡ менән туҡмай, ояһын емерә. Аҙаҡ һуҡырайған йәнлекте ояһы менән бергә юл уртаһына сығарып бәрә һәм машина тапатһын тип юл уртаһына ташлай.
Төн булғанғамы, уны тапамайҙар, Дашаны хужалары табып ветеринарға алып бара һала.
Дашаның яҙмышы еңел түгел. Уны бер нисә ай элек автосервис хужабикәһе йәрәхәтләнгән килеш алып ҡайтҡан һәм дауалап алған. Эт иркә һәм агрессив булмағас, эшселәр уны шунда уҡ яҡын күргән һәм үҙенә ҡалдырғандар. Ул һәр ваҡыт бәйҙә булған һәм ояһында йәшәгән.
Әлеге ваҡытта битараф булмаған кешеләр этте туҡмаған әҙәмде табыу өсөн социаль сетәрҙәрҙә мөрәжәғәттәр ебәрә. Ул үҙенең язаһын алырға тейеш тигән фекерҙә улар. Дашаға килгәндә, ул әле дауалана, тик эт һуҡыр ҡаласаҡ.
Фото: Видеонан скриншот.
Читайте нас: