Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Апрель 2021, 21:00

Айыу балаһы бер ғаиләгә ҡунаҡҡа килгән

Көтөлмәгән һәм саҡырылмаған "ҡунаҡ", хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан...

Һәр кем ярҙамға мохтаж: был юлы кескәй айыу балаһы ярҙам эҙләп кешеләр янына килгән. Был хаҡта "Ауыл уттары" гәзите хәбәр итә.
Йылайыр районы Ҡананикольск ауылында йәшәгән бер ғаиләнең ихатаһына айыу балаһы үҙе килгән. Хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, ул кешеләрҙе үҙенә яҡын ебәрмәгән. Йыртҡыс йыртҡыс инде, үҙен тотҡас та ырылдап, ҡасырға маташҡан. Көтөлмәгән һәм саҡырылмаған "ҡунаҡ"ты хәҙер хужалар ни эшләтергә лә белмәй. Күрәһең, айыу балаһының инәһе браконьерҙар тарафынан һәләк булһа, балаһы яңғыҙ ҡалғандыр, ти ауылдағылар.
Айыу балаһының артабанғы яҙмышы нисек булыр?
Фото һәм видео "Ауыл уттары" гәзите сайтынан.
Читайте нас: