Ҡапыл эҫеткән апрель уртаһынан һуң, йылы көндәр бер аҙға “юғалып” торғайны. Оҙайлы ялдар ҙа елле һәм һалҡынсараҡ көндәр менән башланды. Бөгөн иһә май ҡояшы сыҡты һәм йылыта башланы. Баҡсасылар һәм тәбиғәттә ял итеүселәр, ҡыуанығыҙ, Башҡортостанға эҫе көндәр килә! Иртәгә республикала 26 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.
Башгидрометеоүҙәктән хәбәр итеүҙәре буйынса, иртәгә 4 майҙа Башҡортостанда +26 градусҡа тиклем йылыта. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, тәүге йәшендәр булыуы көтөлә. Төндәрен аяҙ буласаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә, көндөҙ бер аҙ көсәйеүсән.
Төндә +6, +11 градус, урыны менән +1, көндөҙ иһә йәйге эҫе – +21, +26 градус. Баш ҡалаға килгәндә, бында ямғыр көтөлмәй, һауа температураһы +25 градусҡа тиклем йылыта.