Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Май 2021, 11:00

Өлтөк ҡарағастар япраҡ ярған. Тик ҡыуанырға иртәрәк...

Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы өлтөк ҡарағастар япраҡ яра башлаған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр көҙ көнө Әбйәлил районының Ҡужан ауылы янындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тип һаналған 11 төп өлтөк (бөҙрә) ҡарағастарҙы билдәһеҙ кешеләр тамырынан ике яҡлап ҡырҡҡан ине. Был хәл бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы, уникаль ҡарағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө саралар күрелде. Яҙ көнө бер төркөм ғалимдарҙан торған делегация унда барып, илдә беренсе тапҡыр бик уникаль операция эшләне. Улар ҡырҡылған ҡарағастарға донор ағас беркетеп, уларҙы "ямап" ҡуйҙы.
Сибай институтының биология фәндәре кандидаты, профессор, ғалимдарҙан торған эш төркөмө етәксеһе Илгиз Һөйөндөков белдереүенсә, әле зыян күргән ҡарағастар бөрөләнеп, япраҡ ярырға әҙерләнгән. Уларға медицина термины менән әйткәндә, бик уникаль һәм һирәк башҡарылған операция эшләнгән. Өлтөк ҡарағастарға донор беркетелеп ҡуйылған, әле улар "пациент"ты ҡабул итәме юҡмы, әлегә әйтеүе ҡыйын. Артабан зыян күргән ағастарҙың үҫеп китеүе тураһында ла һүҙ алып барыуы иртәрәк, сөнки улар электән ҡалған көс менән япраҡҡа бөрөләнеүе лә ихтимал. Бер-нисә ай үтмәйенсә, өлтөк ҡарағастарҙы һаҡлап алып ҡалдыҡ тип әйтеп булмаясаҡ әле. Барыһын да ваҡыт күрһәтер, аҙыраҡ сабыр итәйек, түҙәйек. Шуныһын әйтә алам: беҙ, ғалимдар ҡулдан килгәндең, хатта килмәгәндең барыһын да эшләнек, ти Илгиз Варис улы.
Нисек кенә булмаһын, бар яуызлыҡҡа үс итеп япраҡтарын йәйеп үҫһен ине өлтөк ҡарағастар.
Автор фотоһы.
Читайте нас: