Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
4 Июнь 2021, 15:00

Аҡҡош тоғролоғона хайран ҡалырлыҡ...

Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Николай быуаһына йыл һайын аҡҡоштар ҡайта.

Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Николай быуаһына йыл һайын аҡҡоштар ҡайта. Нисәмә йылдар дауамында был яҡта йәшәүсе халыҡ парлы йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡлана, инәһе бала сығарырға ултырғанда, ата аҡҡоштарҙың тоғролоғона хайран ҡала. Күптәр ошо мөхәббәт ҡоштарын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн генә бында килә.
Ошоға тиклем быуала ҡара аҡҡоштар ҙа була торғайны. Быйыл улар күренмәне. Ә бына инәләрен көтөп, тиҙҙән балаларын күрергә ашҡынып торған аҡҡоштарҙы осратырға тура килде. Уларҙы ситтән күҙәтеп тороуы шул тиклем матур күренеш.
Әйткәндәй, һәр саҡ һыуҙа күргән был ҡоштарҙың ярға сығып, үлән йолҡоп йөрөүҙәре, ял итеүҙәрен дә тәүге тапҡыр күрҙек. Юҡҡа ҡына ғаилә ҡорған йәштәргә лә аҡҡош тоғролоғо юлдаш булһын, тигән теләк теләмәйҙәрҙер.
Автор фотоһы.
Читайте нас: