Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Июнь 2021, 12:00

Ярты сәғәттә юҡҡа сыҡҡан...

Ә һеҙҙә борсаҡ ҡатыш ямғыр яуҙымы? Үҫентеләрегеҙ иҫән-именме?

Зарығып ямғыр көтә торғас, ниһайәт, килеп етте. Әммә ҡайһы бер райондарҙа ямғыр менән бергә көслө борсаҡ та яуҙы. Был хәүефле тәбиғәт күренеше тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдан иҫкәртһә лә, стихия һәр ваҡыттағыса кешеләрҙе ауыр хәлдә ҡалдырҙы.
Кисә кис менән яуған көслө борсаҡ Ауырғазы районы халҡына ҙур зыян килтергән. Иң нығы Мәҫәле ауылы халҡы зарлана. “Аургазинский вестник” гәзите хәбәр итеүенсә, боҙло борсаҡ баҡсаларҙы, ҡыуаҡтарҙы, үҫемлектәрҙе юҡ иткән.
“Ярты сәғәт эсендә бөтә нәмә ер менән тигеҙләнде. Боҙ баҡсаға ултыртҡан үҫентеләрҙе юҡ итте”, – тигән ауыл кешеләре.
Ҡара яҙҙан тырышып сәскән, һыу һибеп үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктең юҡҡа сығыуы бик йәл. Тик тәбиғәт стихияһына ҡаршы тороп булмай шул.
Ә һеҙҙең яҡта боҙло борсаҡ яуҙымы? Ғөмүмән, был ғәрәсәт ниндәй зыян килтерҙе?
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: