Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Июнь 2021, 10:00

Тәлмәрйене генә етмәгәйне...

Ҡарышлауыҡтар, сиңерткәләр... артабан тағы нимәләр баҫыр?

Быйылғы йәй республика халҡын ғәжәпләндереүен дауам итә. Ҡайһы бер райондар ҡарышлауыҡтар күп, икенселәр сиңерткәләр баҫа тиһә, Ауырғазы районында тәлмәрйендәр “көтөү”е теркәлгән. Талбазы ауылындағы был хәлде Гөлфинә исемле ҡатын төшөргән һәм социаль селтәрҙәргә һалған.
Был тиклем күп тәлмәрйендәрҙе ауыл янындағы Мүклекүл күлендә күргәндәр. Видеояҙманан күренеүенсә, унда йөҙәрләгән бәләкәй тәлмәрйендәр йөрөй. Ә кешеләрҙе күргәс, ҡурҡып, яр буйындағы үлән араһына йәшенә.
Ни өсөн улар шул тиклем күп? Аңлашылмай. Бәлки, ныҡ эҫе килгән май айы ғәйеплеләр, тигән һығымта яһай “Комсомольская правда” гәзите.
Социаль селтәрҙәрҙә был яҙма һәр ваҡыттағыса ҡыҙыу фекер алышыуҙарға килтергән. Ҡайһы бер ауыл кешеләре уларҙан ҡурҡһа, икенселәр күлдә йәшәгән ҡоштар өсөн ҡыуанған. Тимәк уларға йәй буйы туҡланырға аҙыҡ буласаҡ бит. Ә һеҙҙең районда ошондай ғәжәп хәлдәр юҡмы? Булһа, фотолары менән уртаҡлашығыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас: