Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Июнь 2021, 10:00

Граф күленә ни булған?

Баймаҡ районындағы Граф күлендә бер бала һәм уның үгәй атаһының батып үлгәне хаҡында хәбәр иткәйнек. Әле иһә...

Күптән түгел Баймаҡ районындағы Граф күлендә бер бала һәм уның үгәй атаһының батып үлгәне хаҡында хәбәр иткәйнек. Ошо күл менән бәйле йәнә бер күңелһеҙ хәбәр килде.
Граф яры буйы үле балыҡтар менән тулған. Был хаҡта Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге йырсыһы Илдар Абдуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерә. Аяныслы хәлдең сәбәбе ниҙә икән? Ваҡиға тикшерелер, тейешле органдар асыҡлар тип ышанайыҡ.
Фото һәм видео Илдар Абдуллиндың социаль сәхифәһенән.
Читайте нас: