Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Июнь 2021, 09:00

Бала күҙһеҙ ҡалған

Ҡошсоғон кеше ҡулында күреп ҡалған инә өкө шунда уҡ уны яҡларға ташлана...

Ошо көндәрҙә Салауат районында булған ваҡиға күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, моғайын. Райондың Юныс ауылында йәшәгән балалар һыу инергә тип юҡҡа сыҡҡан Тәкәй ауылы янындағы йылғаға барған. Юлда малайҙарҙың береһе үлән араһында өкө балаһын тапҡан һәм ҡулына алған. Был турала райондың “Йүрүҙән” гәзите хәбәр итә.
Балаһын кеше ҡулында күреп ҡалған инә өкө шунда уҡ уны яҡларға ташлана. Ҡош баланы суҡый һәм күҙенә эләгә. Малайҙы тиҙ арала дауаханаға алып барһалар ҙа, күҙен ҡотҡара алмайҙар. Өфөлә эшләнгән бер нисә операция ла хәлде төҙөтә алмай.
Ҡоштар белгестәре аңлатыуынса, өкө йыртҡыс ҡош. Шуға күрә уның балаһына йәки үҙенә хәүеф янағанда, ул шулай ташлана ала.
Ата-әсәләр, был турала балаларығыҙға аңлатып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ ҙә ҡырағай йәнлектәргә һәм ҡоштарға теймәгеҙ.
Фото: natgeotv.com
Читайте нас: