Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
5 Июль 2021, 12:30

Боҙборсаҡтан һуң бер нәмә лә ҡалмаған

Помидор, кәбеҫтә, картуф – барыһы ла юҡҡа сыҡҡан. Ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа емешле ҡыуаҡтарҙан ҡоро ботаҡтар ғына ҡалған...

Быйылғы йәй кешеләрҙе һынай ғына. Ике аҙна самаһы торған аномаль эҫелек ни тиклем хәлде алғайны. Ҡайһы бер райондарҙа иһә көслө дауылдар булды. Ә Салауат районының Сыбаркүл ауылында боҙборсаҡ яуған.
“На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, был ябай түгел, ә бик ҙур борсаҡ булған. Яуын ярты сәғәт самаһы дауам иткән һәм баҡсаларҙағы бөтә үҫентеләрҙе юҡҡа сығарған.
“Боҙ ел менән бергә шул тиклем ныҡ итеп яуҙы, гүйә, пулеметтан атҡан кеүек Был ярты сәғәт самаһы дауам итте. Тышҡа сығыу мөмкин түгел ине. Әйтерһең, ахырызаман еткән”, – ти ошо ауылда йәшәгән Владик Ғәзизов.
Был тиклем боҙборсаҡ баҡсалағы инде үҫеп бөткән бөтә культураларҙы юҡҡа сығарған. Помидор, кәбеҫтә, картуф – барыһы ла юҡҡа сыҡҡан. Ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа емешле ҡыуаҡтарҙан ҡоро ботаҡтар ғына ҡалған. Көслө ел теплицаларҙы емергән һәм осороп алып киткән, өй ҡыйыҡтары зыян күргән. Ергә яуған боҙҙоң ҡалынлығы 5-6 сантиметрға тиклем еткән.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: