Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Июль 2021, 14:00

Тағы ла Ҡужан ҡарағастары хаҡында...

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Әбйәлил районында Ҡужан ҡарағастарын һаҡлаусылар менән осрашты.

Тағы ла Ҡужан ҡарағастары хаҡында...
Тағы ла Ҡужан ҡарағастары хаҡында...

9 июлдә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Әбйәлил районында Ҡужан ҡарағастарын һаҡлаусылар менән осрашты. Тап ошо үҙенсәлекле ағастарҙы быйыл юҡҡа сығарырға маташыусылар булды.

Депутат яҡын арала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына һәм Генераль прокурорға ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырыу буйынса эш барышы тураһында мәғлүмәт алыу өсөн запрос ебәрергә ниәтләй, сөнки әлегәсә енәйәт ҡылғандарҙың кемлеге асыҡланмаған.

“Бәхеткә күрә, ҡырҡылған 11 ағастың унауһы терелеп килә. Һис һүҙһеҙ, бында уларҙы тәрбиәләүсе Клара апайҙың өлөшө ҙур: скважина ҡаҙҙырып, ҡарағастарға көн һайын һыу һибеп, тәрбиәләп тора. Беҙҙең бурыс – ағастарҙы һаҡлау һәм киләһе быуынға ҡалдырыу”, - ти депутат.

Клара Хатап ҡыҙының атаһы ла совет осоронда ҡарағастарҙы тәрбиәләп торған. “Клара апайҙың тыуған яҡ тәбиғәте өсөн янып йөрөгәнен күреп, Өфөгә килгәндә яуаплы ведомство етәкселәре менән һөйләшеп, аҙаҡ Клара апайға ерҙе ҡуртымға алыу буйынса консультация бирҙем. Был мәсьәләне ауырлыҡ менән хәл иттек”, - ти Зариф Закир улы. Был эште тамамлау менән йөҙйәшәр ағастарҙы кемдәрҙеңдер ҡырҡыуы бөтә республика халҡын тетрәндерҙе. Кемгәлер был ер бик кәрәккәнгә оҡшай...

Был хәлдән һуң депутат хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы һорап, урман хужалығы министрына ағастарҙы ҡотҡарыу өсөн белгестәрҙе йәлеп итеүҙе үтенеп мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәйеплеләр әлегәсә табылмаған.

Зариф Байғусҡаров Таштимер һәм Әбйәлил ауылдары халҡы менән осрашып, Дәүләт Думаһы тарафынан ғаиләләрҙе яҡлау буйынса ҡабул ителгән закондар тураһында аңлатма бирҙе, Сибай – Хәлил юлын асфальтлау эшен тикшерҙе һәм башҡа мәсьәләләргә иғтибар бирҙе.

Фото: шәхси архивтан.

 

 

Тағы ла Ҡужан ҡарағастары хаҡында...
Тағы ла Ҡужан ҡарағастары хаҡында...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: