Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Август 2021, 10:00

"Һаҡмар өсөн йөрәгем әрней"

Файзрахман Усманов социаль селтәрҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡҡа үҙ фекерен еткерҙе.

"Һаҡмар өсөн йөрәгем әрней"
"Һаҡмар өсөн йөрәгем әрней"

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Файзрахман Усманов ғүмере буйына таҙалыҡ өсөн көрәшә. Файзрахман ағай әйтеүенсә, тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау әҙәм балаһының төп бурысы, йылға-күлдәргә, урман-ҡырҙарға, ғөмүмән, тирә-яҡҡа әҙерәк кенә һаҡсыл ҡараш булдырғанда ғына тәртип буласаҡ.

Ошо көндәрҙә уҙаман социаль селтәрҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡҡа үҙ фекерен еткерҙе.

– Мин, Фәйзрахман Усманов, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәйем, 72 йәштәмен, – тип башлаған ул яҙмаһын. – Шул тиклем эсем боша, шуға барса Башҡортостан халҡына интернет һәм ваҡытлы матбуғат аша өндәшергә булдым.
Йылдан-йыл тәбиғәтебеҙ бөтөүгә бара. Йылғалар кибә, урман һирәгәйә, йәнлектәр ҡырыла, әммә халыҡ уйланмай. Тәбиғәттә барған алама үҙгәрештәр – ул беҙҙең тәрбиәһеҙлеккә юғары көстөң яуабы.
Бына, оло булһам да, нисә йыл инде йылға буйҙарын, урман ситтәрен таҙалау менән мәшғүлмен. Миңә дан да, шөһрәт тә кәрәкмәй. Саф һауа, таҙа йылға, таҙа урман кәрәк! 2017 йылда “Атайсал” гәзитенә яҙып, редакция ярҙамы менән “Таҙа Һаҡмар” акцияһын ойоштороуға өлгәштек. Әбйәлилдән, йәғни Һаҡмар башынан Ырымбурғаса Һаҡмар йылғаһы таҙартылды. Тик, үкенескә күрә, мин хыялланғанса килеп сыҡманы. (Шулай ҙа яҡшы башланғыс булды ул). Кемдер намыҫ менән таҙаланы, кәмәләргә ултырып, Һаҡмар буйлап ҡый йыйҙы, кемдер арлы-бирле ауыл тирәһен таҙаланы ла, отчет өсөн фото төштө лә ҡайтып китте. Ә бит акцияның маҡсаты бер ауыл биләмәһенән икенсе ауыл биләмәһенә эстафетаны – таҙа Һаҡмарҙы шул ике биләмә сигендә “тапшырыу” ине. Сигенә килеп етмәнеләр, ауыл эргәһендә генә йөрөнөләр, ҡый-һайҙы өйөп ҡуйҙылар ҙа, отчет бирелгәс, ул өйөм онотолдо, туҙып ятты. Кемде алдайбыҙ һуң беҙ? Ошо ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ бит һуң! Балаларыбыҙ йәшәр, ейәндәребеҙ тәүтөйәгенә килер. Уларға ҡыйлыҡ ҡалдырабыҙмы ни?
Нисәмә йылдар Көньяҡ Уралда ҡоролоҡ. Быйыл бәләкәй йылғалар ҡороно, балыҡтары үлде. Һаҡмар ҙа бер нисә көндән юҡҡа сығыр хәлдә, бик һай, төбө күренеп ята. Әйҙәгеҙ, йылғабыҙҙы таҙалайыҡ әле. Уҙған йылдар ул тәрән тип, бәлки, төбөн таҙалай ҙа алмағанбыҙҙыр. Хәҙер кисеп йөрөп таҙаларға була! Әйҙәгеҙ, ойошторайыҡ! Берегеҙгә лә бер нәмә лә кәрәкмәйме ни? Йөрәгегеҙ һыҙламаймы? Был мөрәжәғәтем, ҡабатлап әйтәм, барса республика халҡына. Зинһар, урман-ҡырҙарҙы, йылға-күлдәрҙе ҡыйламайыҡ, таҙалайыҡ, балаларға өлгө күрһәтәйек!
Яңыраҡ Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы халҡы Әселе йылғаһын таҙалай башлағанын ишетеп ҡыуандым. Әйҙәгеҙ, өлгө алайыҡ уларҙан! Сығайыҡ өмәгә! Тик отчет өсөн түгел, намыҫ менән һәм киләсәк быуын өсөн эшләйек!
Йәнә йыл да “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып ағастар ултыртҡан булабыҙ. Күпме үҫенте әрәм булды был ҡоролоҡта һыу ҡойоуҙы ойоштормағас, уны ултыртыуҙан ни фәтүә?
Быйыл тирә-яҡта урман яна. Тимәк, йәшел ҡалҡаныбыҙ күпкә кәмене. Ағас ултыртыуҙы арттырыу зарур. Үҙебеҙҙең баҡсаға, картуфлыҡҡа булһа ла ағас ултыртайыҡ.
Йөрәгем әрней. Былай барһа, донъябыҙ бөтә бит. Мин дә, һеҙ ҙә был донъяға мәңгегә килмәгәнбеҙ. Балаларыбыҙ ыҙаламаһын, тәбиғәтте һаҡлайыҡ! 72 йәшлек мин түгел, йәштәр һеҙ уйларға тейеш киләсәкте. Әйҙәгеҙ, өмәләргә әүҙемерәк сығайыҡ!

 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: