Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
23 Август 2021, 19:00

Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Инде түҙер әмәл ҡалманы тигәндә, синоптиктар күңелде тынысландырырлыҡ һүҙҙәр әйтә.

Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?
Аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Шунан, был эҫе көндәр һеҙҙе лә ялҡытырға өлгөрҙөме? Нисәнсе аҙна бер тамсы ямғыр яумай, ә көндөҙ һауа температураһы 38 градусҡа тиклем етә бит. Инде түҙер әмәл ҡалманы тигәндә, синоптиктар күңелде тынысландырырлыҡ прогноздар бирә.

"Гисметео" мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнанан температура бер ни тиклем түбәнәйә башлай. Аҙнаның тәүге яртыһы һаман эҫе булып торасаҡ әле. Көндөҙ шулай уҡ 32, 35 градус эҫе буласаҡ. Йомаға ҡарай түбәнәйеү башлана: көндөҙ 28 градус булһа, төндәр бөтөнләй һалҡынаясаҡ. Урыны менән ямғырҙар ҙа яуасаҡ.

Йәйҙең һуңғы ялдары, 28 һәм 29 августа көндөҙ ни бары 20 градус йылы була, төндә 13, 16 градус тип көтөлә.

Алдағы аҙна ҡояшлы, әммә эҫе булмаҫ, ти синоптиктар. Һауа температураһы 27 градусҡа тиклем етәсәк, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ҙа көтөлә.

Күренеүенсә, эҫе көндәр тамамланыуға күп тә ҡалмаған. Йәйҙең һуңғы селләһен имен генә үткәрәйек, ҡояшта булған саҡта барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

 

Фото: potokmedia.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: