Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Август 2021, 20:00

Айыуҙар кеше йәшәгән ергә яҡынлай...

Урманда ҡапыл тайыш табан килеп сыҡһа, үҙеңде нисек тоторға?

Айыуҙар  кеше йәшәгән ергә яҡынлай...
Айыуҙар кеше йәшәгән ергә яҡынлай...

Башҡортостанда айыуҙар ауылдарға яҡынлаша башлаған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Артур Иҙелбаев хәбәр итә. Уның белдереүенсә, инде нисәнсе көн Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел урында урынлашҡан “Аҡбуҙат” туристик базаһы янына айыу килә.

“Көн һайын мәмерйәгә йөҙәр һәм хатта меңәр кеше йөрөй. Тик был айыуҙарҙы туҡтатмай. Ғәҙәттә, кешегә яҡын килеүҙе хуп күрмәгән тайыш табандарҙы быны эшләргә нимә мәжбүр итә икән, аңлашылмай. Бының ҡоролоҡ булыуы ла ихтимал, бәлки яҡын урмандарҙағы янғындар сәбәпселер. Уларҙың һуңғы ваҡытта артып китеүе лә сәбәп булыуы бар. Һунарсылар белдереүенсә, ысынлап та, айыуҙар күбәйгән. Нисек кенә булмаһын, был тәүге осраҡ түгел", – тип яҙа ул.

Урманда был йәнлек менән күҙгә күҙ осрашырға Хоҙай ҡушмаһын. “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре был осраҡта нимә эшләргә тигән кәңәштәр бирә.

- урманда ҡалдыҡтарығыҙҙы ҡайҙа етте ташлап йөрөмәгеҙ. Аҙыҡ еҫе айыуҙарҙы йәлеп итә;

- ныҡ еҫле аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш химияһын урманға алып бармағыҙ. Был еҫтәр айыуға ҡыҙыҡ һәм улар ҡарарға киләсәк;

- урманда саҡта ҡысҡырып һөйләшегеҙ йәки йырлағыҙ. Улар тауыш яратмай һәм алыҫтан ишетеп ҡалһа, ҡасырға тейеш.

Айыу менән осрашһағыҙ нимә эшләргә?

– бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ;

– йәнлекте ҡурҡытмағыҙ, уның ташланыуы ихтимал;

– үҙегеҙҙең үлсәмдәрегеҙҙе ҙурайтырға тырышығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ, башҡа кешеләр янығыҙҙа булһа, берләшеп, ҙурыраҡ күренергә тырышығыҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;

– бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Ә иң яҡшыһы - бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа! 

Фото: фейсбук. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: