Ҡырағай мөхит
27 Августа 2021, 03:00

Ҡырау төшәсәк

Йәйге селлә ҡасан тамамланыр? Тәүҙә шишәмбенән һыуыта тинеләр... Инде аҙна тамамлана, һаман эҫе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡырау төшәсәкҠырау төшәсәк
Ҡырау төшәсәк

Йәйге селлә тамамлана. Республикаға һалҡын төньяҡ еле килә. Ул айырыуса көндөҙ көсәйәсәк.

Башгидрометеоүҙәк белгестәре хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә һауа температураһы түбәнәйәсәк. Төндә +12, +17 градустан +5, +10-кәсә. Төньяҡ райондарҙа 29 авгусҡа ҡараған төндә ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ термометр +18, +23 градус күрһәтәсәк.

Көслө яуым-төшөм көтөлмәй, сөнки атмосфера баҫымы юғары буласаҡ. Ҡайһы бер төбәктәрҙә генә бер аҙ ямғыр яуасаҡ.

Фото: na-dache.pro

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова