Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
6 Сентябрь 2021, 12:00

Фажиғәгә осраған өкөнө ҡотҡарған

Был хәл кисә спортсының күҙ алдында була.

Фажиғәгә осраған өкөнө ҡотҡарған
Фажиғәгә осраған өкөнө ҡотҡарған

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин оло юлда йөк машинаһы бәреп киткән өкөнө ҡотҡарған. Үҙенең сәхифәһендә был тарихты бәйән итеп, өкөнөң фотоһын да һалған.
Кисә кис оло юлдан китеп барғанда юлда йөк машинаһы ҡошто бәрҙерә һәм туҡтап та тормай артабан китеп бара. Был хәл спортсының күҙ алдында була. Көс буйынса донъя чемпионы мәхлүктең тереме-юҡмы икәнлеген белер өсөн юл ситендә туҡтай. Инде үлгән һымаҡ ҡуҙғалмай ятҡан өкө, ҡулға алғас, бер күҙен аса. Уның икенсе күҙе яраланған була...
Бисара ҡоштоң артабанғы яҙмышын хәл итеү маҡсатында, әле спортсы "Ҡотҡар мине" ҡырағай хайуандар приюты хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшә икән. Улар был хәлдә нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыр, тип өмөтләнә ул.

 

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: