Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Сентябрь 2021, 12:33

Бәшмәкте белеп йыйығыҙ!

“Тыныс һунар” хәүеф-хәтәр килтермәһен.

Быйылғы йәй үтә ҡоро, эҫе булды. Әммә Башҡортостаныбыҙҙың урман-ҡырҙары халыҡты еләк-емеш, бәшмәк кеүек ризыҡтарһыҙ ҡалдырғаны юҡ. Бәшмәк миҙгеле башланып ҡына тора әле. “Тыныс һунар” яратҡан кешеләр төрлө сетерекле хәлдәргә тарымаҫ, һаулығын һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн нимәләр хаҡында белергә, ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш? Бөгөнгө мәҡәләбеҙ ошо хаҡта.

 

Уйҙырмаларға ышанмағыҙ

 

Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәләрсә ғаилә бәшмәк ашап ағыулана. Ҡайһы бер осраҡта кешеләрҙе ҡотҡарып өлгөрәләр, ә ҡайһы саҡта медицина көсһөҙ булып сыға. Күптән түгел республика райондарының береһендә йәшәгән ғаилә ауыр ҡайғы кисерҙе. Ете йәшлек малай ихата эсендә үҫкән бәшмәкте табып алып ашай. Ул ағыулы булып сыға. Малайҙы Өфөгә алып киләләр, артабан Мәскәүгә күсерәләр, әммә ағыуланыу ныҡ көслө була – табиптар баланы ҡотҡара алмай... Бындай аңһыҙ ҡазалар урап үтһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Халыҡта бәшмәктең ағыулымы-түгелме икәнен тикшереүгә, был ризыҡты зарарһыҙландырыуға бәйле һәр төрлө ысулдар, алымдар һәм фекерҙәр билдәле. Шулар араһында иң таралғаны – йәнәһе, алкоголь ағыулы бәшмәктән һаҡлай. Күптәр тейешле кимәлдәге спирт барлыҡ сиргә – йәрәхәтлә­неүҙән коронавирусҡа тиклем – ҡаршы тора ала тип һанай. Ысынбарлыҡта һис тә улай түгел. Алкоголь ағыуланыуҙан ярҙам итмәй, киреһенсә, хәлде ҡатмар­лаштыра. Һөҙөмтәлә организм икеләтә хәүефкә дусар була: бауыр ҙа, ашҡаҙан да зыян күрә.

Шулай уҡ бәшмәкте ҡайнатҡан мәлдә һалынған һуған ҡарайһа, тимәк, ризыҡ ағыулы, тип уйлап яңылышыусылар ҙа бар. Һуған (ҡайһы берәүҙәр һарымһаҡ та һала), ысынлап та, ҡарайыуы ихтимал, әммә ул бәшмәктең ағыулы булыу-булмауына бәйле түгел. Был күренеш составында баҡыр булған ферменттың – тирозиндың амино­кислоталарҙы тарҡатыуы менән аңлатыла. Ә ул фермент ағыулы тырҡышта ла, бер зыяны булмаған аҡ көләпә бәшмәгендә лә бар. Бәғзе берәүҙәр, көмөш ҡалаҡ ағыулы бәшмәккә тейһә, ҡарая, тип ышана. Был да дөрөҫлөккә тап килмәй: көмөш оҙаҡ ваҡыт ябай аш тоҙона тейеүҙән дә ҡарайыуы ихтимал. 

“Бәшмәкте оҙаҡ ҡайнатһаң, ағыуы бөтә” тигән фекер ҙә киң таралған. Күп осраҡта бәшмәктәге ағыу термоэшкәртеүгә бирешмәй. Мәҫәлән, аҡһыл ағыулы бәшмәктең (бледная поганка) токсиндары бер нисә сәғәт дауамында һыуҙы алмаштырып ҡайнатҡандан һуң да тарҡалмай һәм көслө тәьҫирен юғалтмай.

Ағыулы башмәктәр насар еҫле була, тип уйлаусылар ҙа яңылыша. Оҙаҡ үҫкән ағыулы бәшмәктәр, ваҡыт үтеү менән, татлы тәм бүлеп сығара башлай, ә йәш аҡһыл ағыулы бәшмәктең еҫен аҡ көләпәнекенән айырып булмай. “Бәшмәктең ағыуы эшләпәһе аҫтындағы шекәрәлә туплана” тигән фекер ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. “Әгәр уны тейешенсә таҙартһаң, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай”, – ти был уйҙырмаға ышаныусылар. Был фекер дөрөҫлөккә тап килһә, тормошта күп кенә күңелһеҙ хәлдәргә урын булмаҫ ине. Ысынбарлыҡта улай түгел: ҡурҡыныс токсиндар бәшмәктең бөтә өлөшөндә лә була. 

 

Ул файҙалы ризыҡмы?

 

Бәшмәк – аҡһым, В һәм С төркөмө витаминдары, кальций, калий, тимер, фосфор, никотин кислотаһы кеүек организм өсөн кәрәкле матдәләргә бай ризыҡ. Ул мускулдарҙы аҡһым менән байыта һәм иммунитетты нығыта. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: бәшмәктә бөтөнләй тиерлек холестерин юҡ. Был ризыҡты рационға индереү йөрәк-ҡан тамырҙары, нервылар системаларын, һөйәк туҡымаһын нығытыуға, ҡан күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙе яйға һалыуға булышлыҡ итә.

Иң файҙалыларының береһе – аҡ бәшмәк. Ул йөрәк эшмәкәр­легенә ыңғай йоғонто яһаған никотин кислотаһына – РР витаминына бай. Шулай уҡ белгестәр уны аҙ ҡанлылыҡ осрағында ла ҡул­ланырға кәңәш итә. Ә бына һары бәшмәктә, гөрөздәлә тәбиғи антибиотиктар мул тупланған, шуға күрә уларҙы тымау, киҙеү миҙ­гелендә рационға индереү яҡшы. Гөрөздә – Д витаминының да сығанағы. Бәшмәк – шәкәр диабеты, яман шеш кеүек сирҙәргә яҡшы профилактика, ти белгестәр.

Шулай ҙа бәшмәктең эшкәртеү өсөн ярайһы уҡ ауыр ризыҡ булыуын оноторға ярамай. Мәҫәлән, бала организмы бәшмәктең составындағы аҡһымды эшкәртеүгә һәләтле ферменттар етештермәй, шуға күрә улар ағыуһыҙ бәшмәк ашаған осраҡта ла үҙҙәрен насар тойоуы ихтимал, ә ағыуланыуҙы үтә ауыр кисерә. Токсикологтар оло йәштәгеләргә, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға ла бәшмәк ашауҙы сикләргә кәңәш итә.

Тағы ла шуны белеп ҡуйығыҙ:  ашарға яраҡлы бәшмәктәр менән дә ағыуланырға мөмкин. Оҙайлы ваҡыт үҫеп ултырған, артыҡ ныҡ ҙур һәм ҡортло, шулай уҡ ябыҡ полиэтилен ҡапсыҡта оҙаҡ ятҡан бәшмәктәрҙе ашап ағыуланыу хәүефе бар. Бындай бәшмәктәрҙә иҫкергән иттәге йәки балыҡтағы ише токсиндар барлыҡҡа килә.

Ағыуланыуҙы нисек белергә һәм нимә эшләргә?

 

Ғәҙәттә, бәшмәк менән ағыу­ла­ныуҙың беренсе билдәләре 12-14 сәғәт эсендә беленә. Күңел бол­ғана, эс ауырта, тән температураһы күтәрелә, эс китә, йөрәк тибеше йышая, күҙ алмаһы ҙурая.

Ошо билдәләрҙең береһе генә күҙәтелгән осраҡта ла ашығыс ярҙам саҡыртығыҙ. Табип ни тиклем тиҙерәк килһә, ағыуланыусыны ҡотҡарыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ. Ярҙам килгәнсе, зыян күреүсегә саҡ ҡына тоҙ һалынған биш-алты стакан һыу эсерегеҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫторорға тырышығыҙ. Был процедураны бер нисә тапҡыр, ризыҡ ашҡаҙандан сығып бөткәнсе ҡабатлағыҙ. Быны ҡан артабан ағыуланмаһын өсөн эшләргә кәрәк. Ауырыуҙы ятҡырып, өҫтөн йылы итеп ябығыҙ.

Ағыуланыуҙан һаҡланыу өсөн үҙегеҙ таныған һәм ағыуһыҙ икәненә 200 процентҡа ышанған бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Саҡ ҡына икеләнһәгеҙ ҙә, йәлләмәйенсә ташлағыҙ. Заводтар һәм оло юлдар янында бәшмәк йыймағыҙ. Иң яҡшыһы – ҙур юлдан биш саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа китеү. Бәшмәктәр ауыр металдарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе ныҡ һеңдерә.

Бер ваҡытта ла осраҡлы һатыусыларҙан, айырыуса юл ситендә йәки ҡала үҙәгендә сауҙа итеүселәрҙән бәшмәк һатып алмағыҙ. Уларҙың береһе лә бәшмәкте ҡасан, ҡайҙа йыйыуы тураһында дөрөҫөн әйтмәйәсәк. Һатыусылар тәҡдим иткән ризыҡ экологик йәһәттән таҙа урман төпкөлөндә йыйылыуы ла, көн элгәре берәй завод йәки зыярат янында үҫеп ултырған бәшмәк булыуы ла ихтимал.

Бәшмәкте полиэтилен ҡапсыҡҡа йыймағыҙ – улар унда тиҙ боҙола. Һауа үткәргән кәрзин – иң яҡшыһы. Эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып һалырға тырышығыҙ.

Үтә бәләкәй, яңы ғына баш ҡалҡыта башлаған бәшмәктәрҙе йыймаҫҡа тырышығыҙ – һеҙҙең кеүек үк ошо шөғөлдө яратҡан башҡалар хаҡында ла уйлағыҙ, сөнки бер аҙнанан улар үҫеп етеп, кемделер ҡыуандырасаҡ. Бәш­мәктәр ҙә һаҡлауға мохтаж, шуға күрә үткер бысаҡ менән тамыр­ҙарына зыян килтермәй ҡырҡып алығыҙ. Ағыулымы-түгелме, ҡорт­ломо-ҡортһоҙмо икәнен белеү өсөн аяҡ менән типмәгеҙ! Тәбиғәттәге һәр тереклек һәм үҫемлек беҙҙең яҡлауға, һаҡсыл мөнәсәбәткә өмөт итә.

Йыйған бәшмәгегеҙҙе алты, иң күп тигәндә, ун сәғәт эсендә эшкәртегеҙ, сөнки ваҡыт үтеү менән боҙола башлай, ашарға яраҡһыҙға әйләнә.

“Тыныс һунар” миҙгеле хәүеф-хәтәрһеҙ үтһен. Юлығыҙҙа бәшмәкле урындар ғына осрап торһон, тыуған төйәгебеҙ бай ниғмәттәре менән ҡыуандырһын!

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.

 

(“Республика сегодня”

баҫмаһы мәғлүмәттәре ҡулланылды).

Белеп ҡуйыу зыян итмәҫ

 

Урманға барғанда үҙегеҙ менән түбәндәге әйберҙәрҙе алығыҙ:

* бысаҡ;

* бер-ике тапҡыр ашарлыҡ ризыҡ;

* шырпы;

* һыҙғыртҡыс (хәүеф тыуғанда сигнал биреү өсөн);

* зарядкаһы тулы, интернеты булған телефон. “Гугл.Карта” йәки “Яндекс.Навигатор” кеүек бушлай ҡушымталарҙы күсереп алығыҙ, GPS системаһын тоҡандырығыҙ. Был һеҙгә ҡайһы ерҙә булыуығыҙҙы билдәләргә ярҙам итәсәк.

Камуфляж кейем кеймәгеҙ! Өҫтөгөҙҙәге курткағыҙ сағыу төҫтә – ҡыҙыл, һары, аҡ булһын. Ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта, һеҙҙе табыу еңелерәк буласаҡ.

Ҡайҙа юлланыуығыҙҙы һәм ҡасан ҡайтырығыҙҙы мотлаҡ туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға әйтеп китегеҙ.

Читайте нас: