Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
23 Сентябрь 2021, 11:00

Инде йылытты тигәндә...

Ҡапыл һыуытасаҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы ҡапыл түбәнәйә. Быны ҡасан көтөргә? 

Инде йылытты тигәндә...
Инде йылытты тигәндә...

Һуңғы ике көн республикала йылытты. Ҡояш сығып, ямғырҙар тымды. Тик бындай һауа торошо оҙаҡҡа барырмы? Синоптиктар кәйефте ҡыра, оҙаҡламай беҙҙең аша йәнә һалҡын фронт үтә һәм һауа температураһы түбәнәйәсәк.

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 сентябрҙән 26 сентябргә тиклем сағыштырмаса йылы көндәр һаҡлана. Уртаса һауа температураһы көндөҙ +11, +17, төндәрен +2, +8 градус буласаҡ, төндәрен ҡырау төшөп 0, -5 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы ихтимал.

Ә бына 26-нан 27 сентябргә ҡарай төндә ҡапыл һыуытасаҡ. Ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы ла ҡапыл түбәнәйә: төндә -1, - 6 градус, көндөҙ +4, +9 градус ҡына көтөлә.

Фото: replyua.net

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: