Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
24 Сентябрь 2021, 23:00

Арыһаң, тынысһыҙланһаң - урманға бар!

Ағастар ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу әмәле бар. Уларҙың ҡайһыһы ниндәй сирҙән дауа? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Арыһаң, тынысһыҙланһаң - урманға бар!
Арыһаң, тынысһыҙланһаң - урманға бар!

Ҡайһы саҡта сир-сорҙан ҡотолоу, йән тыныслығына эйә булыу өсөн дарыу төймәләре йотоуҙың кәрәге юҡ. Бушлай дарыуҙарҙың урманда, йортоғоҙҙан алыҫ булмаған туғайҙа үҫеүен беләһегеҙме?

Ағастар ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу әмәлен тапҡан кешеләр бар, әлбиттә. Һәр ағас биологик әүҙемлек осоронда сирлегә ҙур файҙа килтереүе мөмкин. Берәүҙәре үҙенә тарта, икенселәре, киреһенсә, ситкә этәрә, хәүефләндерә, кире тойғолар уята. Тәбиғәткә бик иғтибарлы булһағыҙ, уларҙың энергетик тәьҫирен тойорһоғоҙ.

Ҡайын, имән, ҡарағай, каштан, йүкә, тал, саған, дардар ағастары беҙҙе сәләмәт тормош энергияһы менән туйындыра. Ә бына уҫаҡ, тирәк, шыршы, муйыл, ерек сирҙе сығарыу, ауыртыуҙы баҫыу көсөнә эйә булһа ла, энергияны һурыу һәләтенә лә эйә.

Ҡайындың әүҙемлеге сәғәт 5-тән алып 9-ға тиклем. Уның энергияһы йомшаҡ, тынысландырыу һәләте бар. Ҡайынды ҡосаҡлап илаһаң, стрестан ҡотолорһоң һәм тынысланырһың.

Имәндең әүҙемлеге 21.00 сәғәттән 3.00 сәғәткә тиклем. Энергияһы көслө, ҡеүәтле. Насар кәйеф менән, ҡуҙғыған хәлдә яҡын килмәгеҙ, тәүҙә кире энергияғыҙҙы уҫаҡ йәки ерек эргәһендә ҡалдырығыҙ.

Ҡарағайҙың әүҙемлеге даими, энергияһы ҡеүәтле: депрессиянан ҡотолдора, кире тойғоларҙы үҙенә ала.

Сағандың әүҙемлеге 7.00 сәғәттән 10-ға тиклем, энергияһы йомшаҡ, көсөргәнештән арындыра, кешенең энергетикаһын гармонияға килтерә, күҙ тейеүҙе бөтөрә.

Дардарҙың энергияһы таҙа, кешенең психикаһына яҡшы тәьҫир итә. Әүҙемлеге 11-ҙән 13.00 сәғәткә тиклем.

Йүкәнең әүҙемлеге оҙайлы, 14.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем. Энергияһы йомшаҡ, күңелгә йылылыҡ, тыныслыҡ бирә.

Тал янына килгән кеше арыу-талсығыуҙан, уҫаллыҡ тойғоһонан арына. Уның әүҙемлеге 18.00 - 20.00 сәғәттәрҙә була. Энергияһы баш ауыртыуын баҫа, тынысландыра. Япон ғалимдары раҫлауынса, сәләмәт булыу өсөн кешегә йыл һайын урманда 250 сәғәт ваҡытын үткәрергә кәрәк.  

Ағастарҙың һәр береһе – донор, кеше һаулығы өсөн файҙалы, тәбиғәттә артыҡ йәки осраҡлы нәмә юҡ, бары уларҙың тәғәйенләнеше бар, ти үҫемлек донъяһын өйрәнеүселәр. Йәнлектәр тәбиғәт донъяһын, серҙәрен беҙгә ҡарағанда нығыраҡ тойомлай, белә, аңлай, күрәһең. Һүрәттәге айыуға иғтибар итегеҙ...

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: