Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
19 Октябрь 2021, 15:00

Айыу балаларын ниндәй яҙмыш көтә?

Береһе - Силәбелә, икенсеһе Яҡтыкүл биләмәһендә иректә...

Айыу балаларын ниндәй яҙмыш көтә?
Айыу балаларын ниндәй яҙмыш көтә?

"Яҡтыкүл" шифаханаһы янында туристарҙы ҡурҡытып, сүп һауыттарын туҙҙырып йөрөгән айыуҙар бөгөн ниндәй хәлдә? Октябрь башында тау-саңғы үҙәге эргәһендә бер нисә айыуҙың көпә-көндөҙ тыныс ҡына еҫкәнеп йөрөгәнен төшөргән видеоны күргән зоопарк хеҙмәткәрҙәре тайыштабандарға ярҙамға ашыҡҡан.

Айыу балаларының тораҡтарға яҡын килеүенә кешеләр үҙҙәре сәбәпсе булыуын асыҡлаған хеҙмәткәрҙәр. Бәләкәй ваҡыттарында, ҡыҙыҡ күреп, йәнлектәрҙе ашатҡандар, ә ҙурайғас, улар урындағы халыҡ өсөн хәүеф сығанағына әйләнгән.

- Беҙҙең команда бер нисә көн айыу балаларының физик һәм психик торошон күҙәтте. Берәүһе ҡулға эләккәс, уны Силәбе зоопаркына оҙаттыҡ. 85 килограмлыҡ йәнлек оҙон юлды яҡшы кисергән. Уның инә булыуы асыҡланған. Хәҙер ул иркен вольерҙа йәшәй, яҡшы ашай, тыныс йоҡлай. Белгестәр януарға яңы урынға өйрәнергә һәм ҡышҡы йоҡоға талырға әҙерләнеүҙә ярҙам итә, - ти зоопарк эшселәре.

Икенсе айыу балаһы әле Яҡтыкүл биләмәһендә. Ҡулға төшһә, уны ла шундай уҡ яҙмыш көтә.

Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: