Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
19 Октябрь 2021, 17:00

Китерһегеҙ инде...

Әбйәлил районының Суртанлы күлендәге аҡҡоштар ниңә йылы яҡҡа юлға сығырға ашыҡмай?..

Китерһегеҙ инде...
Китерһегеҙ инде...

Әбйәлил районындағы сираттағы командировкала Суртанлы күлендә күпләп йөҙгән аҡҡоштарҙы күреп, уларҙы тиҙерәк фотоға төшөрөп алдыҡ.

Күлдең өҫтөн тотош ҡаплап, төрлө ҙурлыҡтағы аҡҡоштар йөҙә. Күрәһең, изге ҡоштар йылы яҡтарға китеү өсөн балаларын оҙон юлға әҙерләй. Бер аҙ күл өҫтөнән ҡыйылып осалар ҙа кире һыу өҫтөнә төшәләр.

Уларҙың һыуҙа йөҙгәндәрен ҡарау - үҙе бер илаһи күренеш. Мөхәббәт ҡоштары, ысынлап та, бер-береһе менән йәнәш йөҙә, уларҙың арттарынан балалары теҙелгән.

Көндәрҙең йылы тороуы аҡҡоштарҙың тиҙ арала ғына йылы яҡтарға китмәҫенә ишаралай. Тимәк, әбйәлилдәргә Суртанлы күлендәге илаһи күренеште күҙәтергә, аҡҡоштар менән һоҡланырға ваҡыт бар әле. 

Автор фотоһы.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: