Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Ноябрь 2021, 11:00

Йәнлектәрҙе атыусылар тотолған

Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел урманда инспекторҙар шикле ҙур автомобиль күреп, тикшерергә була...

Йәнлектәрҙе атыусылар тотолған
Йәнлектәрҙе атыусылар тотолған

Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел урманда инспекторҙар шикле ҙур автомобиль күреп, тикшерергә була. Шикләнеүҙәре раҫҡа сыға: уның багаж һала торған өлөшөндә атылған ике ҡоралайға тап булалар.
Был урынға кисекмәҫтән Башҡортостан Экология министрлығынан дәүләт һунарсылыҡ инспекторы, полиция һәм ветеринар килеп етә. Автомобилдең номеры буйынса уның хужаһын, йәғни браконьерҙарҙы табып, тотҡарлайҙар.
- Йәнлектәрҙе атҡан урын асыҡланды. Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара, - тигәндәр Башҡортостандың Һунарсылар йәмғиәтендә.
Билдәле булыуынса, ата ҡоралайҙы законһыҙ атыу 120 мең һум, ә инә ҡоралай өсөн 200 мең һум штраф янай, шулай уҡ енәйәтсе ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителергә мөмкин.


Фото: popgun.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: