Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
17 Ноябрь 2021, 16:15

Тағы йомро таштар табылған!

Боронғо диңгеҙ үҫемлектәренең емешеме, әллә динозавр йомортҡаһымы? Яуапты кем белә?

Тағы йомро таштар табылған!
Тағы йомро таштар табылған!

Әбйәлил районында йомро таштар табылғас, Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылында китапханасы булып эшләгән Гөлсинә Мәғәфүрова редакция менән бәйләнешкә инде. Бындай сәйер таштарҙы уларҙың ауылы эргәһендә күптән табалар икән.

- Юлбарыҫ ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы меңйәшәр ҡарағас – ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Ә был ҡарағасты кем ултыртҡан һуң? Был һорауға яуап булараҡ бер нисә фараз ишетергә була. Берәүҙәр, ағасты немец әсирҙәре ултыртҡан, тип әйтә. Баҡтиһәң, беҙҙең республикала ҡарағастар бик күп ултыртылған. Мәҫәлән, Хәйбулла, Йылыйыр, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында бер үк йылғы шундай ағастар үҫә. Бәлки, шул ҡарағастарҙан немец әсирҙәре үҙҙәренсә карта яһағандыр!

Икенсе фараз: 1769 йылда Екатерина II указы менән немец ғалимы Петр Симон Паллас экспедицияһы Башҡортостанға ебәрелә. Уның төп маҡсаты – еребеҙҙе тасуирлау, файҙалы ҡаҙылмаларын, тәбиғәтен өйрәнеү. Экспедиция ваҡытында ер аҫты файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ҡоролоҡҡа бирешмәгән, күп йыл йәшәгән бер ағас менән билдәләгәндәр. Ағасты тәрбиәләп үҫтереү өсөн Паллас кеше яллаған.

Өсөнсө фаразлау – элек юлсыларға ылыҫлы ағастар маяҡ булып торған. Шуларға ҡарап юл тотҡандар, ләкин был фаразлауҙарҙың ҡайһыһы дөрөҫтөр, әйтеүе ҡыйын.

Нисек кенә булмаһын, меңйәшәр ҡарағасҡа кеше күп килә, уның янында туҡталып, теләк теләйҙәр. Ауырыуҙарға – дауаһын, аҙашҡандарға юл күрһәткән маяҡ, шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере хәтере, рухи көс биргән илаһи бер мөғжизәгә тиң ағас янында барыһы ла нисектер таҙарынып, яман уйҙарҙан арынып, үҙҙәренә көс һәм рух алғандай тойола...

Юлбарыҫ ауылында уникаль тип иҫәпләнгән тағы ла бер тәбиғәт объекты бар. Ни өсөн уникаль? Сөнки бында осраған йомро таштарҙың ҡайҙан килеп сығышын әлегә бер кем дә аңлата алмай. Берәүҙәр динозаврҙың йомортҡаһы тиһә, икенселәр боронғо диңгеҙ үҫемлектәренең емеше тип уйлай, билдәһеҙ осоусы объекттар (НЛО) ҡалдығы тип фаразлаусылар ҙа бар.

Бындай йомро таштар тағы ла Ҡытайҙа, Израилдә, Үҙәк Америкала, АҠШ-та, Яңы Зеландия, Румыния, Ҡаҙағстан, Бразилия илдәрендә табылған. Шуныһы ҡыҙыҡ: таштар ҙурлығы менән бер иш түгел, диаметры буйынса 10-дан 50 сантиметрға, иң ҙурҙарыныҡы 1,5 метрға тиклем етә. Аҡ һәм ҡара төҫтәге таштарҙың ҡайһылары шыма ғына, ҡытыршы булғандары ла осрай. Бына шундай тәбиғәт мөғжизәһе менән таныштырабыҙ ҡунаҡтарыбыҙҙы, - тип һөйләй Гөлсинә Мәғәфүрова.

Таштарҙың килеп сығышын аңлатыуҙы һорап редакция ғалимдарға мөрәжәғәт итте. Уларҙан яуап көтәбеҙ. Әлегә был таштарҙың нисек килеп сыҡҡаны тураһында үҙ-ара фараз ҡылып ҡарайыҡ.

Фото: Гөлсинә Мәғәфүрова.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: