Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Ғинуар 2022, 20:30

Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа

Бөгөн - Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө.

Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа
Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа

11 ғинуарҙа Рәсәйҙә Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө билдәләнә. 1916 йылда ошо көндә Рәсәйҙә беренсе булып Байкал күле эргәһендә Баргузин дәүләт ҡурсаулығы булдырыла.

Көньяҡ Уралдың тәбиғәт байлыҡтарын – ылыҫлы урмандарҙы, һирәк осраған үҫемлектәрҙе, ҡырағай хайуандар донъяһын, тау йылғаларын, һаҙлыҡтарҙы һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау маҡсатында 1978 йылда Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы булдырыла. Уның майҙаны 250 мең гектарҙан ашыу, республикабыҙҙа иң ҙурҙарҙың береһе. Төп өлөшө Белорет районына тура килһә, ун процент тирәһе Силәбе өлкәһенә ҡарай. Ҡурсаулыҡ таулы һәм урманлы төбәктә урынлашҡан, бында бейеклеге бер мең метрҙан ашҡан 25-ләп тау түбәһе иҫәпләнә. Шулай уҡ Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – бейеклеге 1639 метр булған Оло Ямантау ҙа бында урынлашҡан.

Ҡурсаулыҡтың биләмәһе Ямашты, Телмәй, Йүрүҙән, Машаҡ, Лапышты, Бирҙеғол, Нура урмансылыҡ участкаларына бүленгән. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Ямашты участка урмансылығы хаҡында. Ул ҡурсаулыҡтың көньяҡ-көнбайышында Кесе Ямантау, Биләғош, Ҡалты һырттарының иңендә урынлашҡан. Бында Кесе Инйәр, Инйәр, Рәүәт, Телмәй, Ямашты йылғалары тау-таш араһынан үҙҙәренә юл яра. Урмансылыҡтың майҙаны - 47821 гектар. Төньяҡта ҡурсаулыҡтың Телмәй, төньяҡ-көнсығышта - Машаҡ, көнсығышта Бирҙеғол участка урмансылыҡтары, ә көньяҡ-көнсығышта Инйәр урмансылығы менән сиктәш. Ямашты 12 обходҡа бүленгән. Уларҙың һәр береһе дәүләт инспекторҙарына беркетелгән. Шулай уҡ "8-се ветка" исемле КПП ла бында урынлашҡан, унда тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып барыла. Участка урмансылығының контораһы Рәүәт ауылындағы ҡурсаулыҡтың Үҙәк утарында.

"Ямашты участка урмансылығында әлеге мәлдә барлығы туғыҙ дәүләт инспекторы хеҙмәт итә. Улар яҡындағы Манышты, Сәфәрғол, Яңы Хәсән, Уҫманғәле ауылдарынан һәм Инйәр ҡасабаһынан. Дәүләт инспекторҙарының төп бурысы булып ҡурсаулыҡ биләмәһен һаҡлау тора. Шулай уҡ ғилми бүлек хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү маҡсатында фенологик күҙәтеүҙәр һәм беренсел ғилми мәғлүмәт йыйыу менән дә шөғөлләнәбеҙ. Үҙәк утар, участка урмансылығы объекттарын төҙөкләндереү ҙә беҙҙең иңдә. Биләмәләге ауылдар халҡына аңлатыу эштәре алып барыла", – ти өлкән дәүләт инспекторы Нәжип Мәжит улы Басиров. Әйткәндәй, ул участка урмансылығына инде 21 йыл уңышлы етәкселек итә.

"Беҙҙең биләмәлә шулай уҡ "Кесе Ямантау һырты" исемле экологик һуҡмаҡ һәм Кесе Инйәр йылғаһы буйында ял итеү өсөн экологик аҡлан да бар. Килгән туристарҙы ҡаршы алып, кәрәк саҡта оҙатып та йөрөйбөҙ. Улар ҡурсаулыҡтың үҙ ҡағиҙәләре барлығын аңлай", – ти дәүләт инспекторы Юнир Ямалетдин улы Ғилманов.

Манышты ауылы егете 2002 йылдан бирле ҡурсаулыҡта эшләй. Бәләкәйҙән тәбиғәтте яратып, урманды белеп үҫкән. Өфөлә урман техникумын тамамлаған. Ҡурсаулыҡта үҙ вазифаһын яуаплы башҡара, күптәргә өлгө булып тора. Быйылғы урман янғындарын һүндереүҙә Юнир Ямалетдин улы ҡурсаулыҡтың башҡа дәүләт инспекторҙары менән бер рәттән үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Бындай хеҙмәткәрҙәр барҙа, тәбиғәттең именлеге ышаныслы ҡулдарҙа.

Мәҡәлә һәм фото авторы - Азамат БАЙРАМҒӘЛИН.

Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа
Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа
Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа
Тәбиғәттең именлеге - ышаныслы ҡулдарҙа
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: