Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
13 Ғинуар 2022, 22:30

Хакимиәт башлығы юлына ҡабандар сыҡҡан

15 ҡабан менән автомобиль төнгө юлда осрашҡан.

Хакимиәт башлығы юлына ҡабандар сыҡҡан
Хакимиәт башлығы юлына ҡабандар сыҡҡан

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов ошо көндәрҙә Өфөнән ҡайтып килгәндә бер өйөр ҡабандарға юлыға. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге видеояҙмаһында хәбәр итә.

"Ошо көндәрҙә, Өфөнән ҡайтып килгәндә төшөрөп өлгөргән мауыҡтырғыс видеояҙма менән уртаҡлашырға теләйем. Беҙҙең район биләмәһендә юлға ҡырағай ҡабандар йүгереп сыҡты. Мин улар менән элек тә осрашҡаным булды. Әммә бер ыңғай был тиклем күп булғандарын күргән юҡ ине. Өйөрҙә яҡынса 15 ҡабан бар ине. Бишбүләк районында ҡурсаулыҡтар бар, ҡырағай хайуандар бында үҙҙәрен һәйбәт тоя. Был видео тағы бер тапҡыр быны иҫбатлай", - тип яҙа Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов.

фото: ohota-mania.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: