Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Ғинуар 2022, 09:14

Йәшәгән, ти, борон соҡсондар...

Тыуған еребеҙ күп серҙәр һаҡлай.

Топонимияла фән өсөн мәңге сер булып ҡалырҙай атамалар осрай. Бына шундайҙарҙың бер нисәһе: Соҡсон йылғаһы, Соҡсон ауылы, Соҡсон районы. Пермь крайында республикабыҙҙың төньяҡ төбәктәренә терәлеп кенә тиерлек ята Соҡсон тигән был географик объекттар.

 

Үҙ урынын алыр

 

Соҡсондар... Кем һуң улар? Был һорауға беҙҙә күптән үк яуап табылғайны инде табылыуын. Әммә, үкенескә ҡаршы, телселәребеҙ уға үҙ ваҡытында бөтөнләй иғтибар бирмәне. Шул сәбәпле һирәк осрай торған был һүҙ беҙҙең һүҙлектәргә, хатта башҡорт теленең күп томлы академик һүҙлегенә лә индерелмәгән һәм асылда онотолоуға дусар ителгән. Ә бит бик үҙенсәлекле боронғо тарих менән бәйле ул.

...Өлкән быуын гәзит уҡыусылар хәтерләйҙер, моғайын: геология-минералогия фәндәре кандидаты, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев 1972 һәм 1996 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” (1990 йылдан – “Башҡортостан”) гәзитендә “Соҡсондар. Кемдәр улар?” (10.09.1972) һәм “Соҡсондар эҙенән” (1996 йыл, 15 май) тигән бик ҡыҙыҡлы ике мәҡәлә баҫтырғайны. Был яҙмаларҙа ул башҡорттар араһында соҡсон тигән боронғо легендар халыҡ тураһында һаҡланған мәғлүмәттәргә ентекле туҡталып үтә, хәҙерге Пермь крайындағы алда телгә алынған атамаларҙың әүәл нәҡ башҡорт телендә ҡулланылған “соҡсон” һүҙенән яһалған булыуын ышаныслы итеп дәлилләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөнләй онотолоп барған был һүҙҙе тәү башлап рус телле археологтар яҙып алған икән дәбаһа. “Соҡсондар. Кемдәр улар?” тигән мәҡәләһендә Б. Мәһәҙиев бына нимә ти: “Тарих фәндәре докторы К. В. Сальниковтың 1967 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан “Көньяҡ Уралдың боронғо тарихи очерктары” тигән китабын ҡараштырып ултырғанда, мин һүҙлектәрҙә бығаса күренмәгән бер башҡорт һүҙенә юлыҡтым. “Соҡсон” тигән һүҙ булып сыҡты ул. 1965 йылда экспедиция ваҡытында яҙып алынған”.

Археологтарға соҡсондар тураһында Баймаҡ районының Күсей ауылында алтын ҡаҙыу эше менән шөғөлләнгән элекке старателдәр һөйләп биргән.

“Соҡсон” һүҙе әүәл Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы төбәгендә алтын йыуыу эше менән кәсеп иткән башҡорттар араһында таралған булған.

“Соҡсон тигән халыҡ булғанмы? Туҡта, был һүҙ урыҫтарҙың чудь һүҙенә тура килә түгелме? – тип дауам итә Б. Мәһәҙиев. – Бынан меңәр йыл элек руда сығарыу, металл иретеү менән шөғөлләнгән серле халыҡты урыҫтар чудь тип йөрөтә. Дөрөҫ, был һүҙ урыҫтарҙың йәнле һөйләү телендә хәҙер бөтөнләй тип әйтерлек осрамай, ул яҙма телдә генә һаҡланып ҡалған, әммә ХVIII-ХIХ быуаттарҙа рус старателдәренең һәм тау-таш эшселәренең телендә йыш ҡулланыл­ған. “Соҡсон” һүҙенең яҙмышы башҡорт телендә лә шулайыраҡ булып сыға”.

Борон урыҫтар фин халыҡтарын чудь тип атаған. ХI быуаттан башлап Эстония рус йылъяҙмаларында Чудь ере тип телгә алына. Рәсәйҙең хәҙерге Псков өлкәһендәге Чудь күле лә шул уҡ этноним менән аталған. Был һүҙ Рәсәйҙең төньяҡ өлкәләре буйлап Уралға тиклем таралып ултырған бүтән фин халыҡ­тарына ҡарата ла ҡулланылғандыр, күрәһең. Боронораҡ башҡорт телендә, “соҡсон” һүҙе менән бер рәттән, шул уҡ мәғәнәлә “чудь” һүҙе лә ҡулланыл­ғандыр, тип фараз итә Б. Мәһәҙиев. Әммә башҡорттар ул халыҡты, шөғөл үҙенсәлектәренә ҡарап, үҙҙәренсә соҡсон тип атаған.

Был һүҙҙең тамыры соҡсоноу, йәғни, аңлатмалы һүҙлектә билдәләнеүенсә, “нимәнелер табырға тырышып эҙләнеү, соҡоноу, төпсөнөү” тигәнгә тура килә. Соҡсондарҙан ҡалған шахта соҡорҙары Урта һәм Көньяҡ Уралда ла билдәле булған. Пермь крайындағы Соҡсон тигән атамаларҙа (русса яҙылышы: Суксун) нәҡ ана шул боронғо халыҡ хаҡында хәтирә һаҡлана ла инде. Телебеҙ һәм топонимиялағы был серҙе сискәне өсөн күренекле геолог Басир Дәүләт улы Мәһәҙиевкә рәхмәт. “Соҡсон” тигән был тарихи һүҙ (этноним) киләсәктә, ниһайәт, башҡорт теле һүҙлектәрендә үҙ урынын алыр, тип ышанғы килә.

 

Ыйыҡ, Ыҡ, Яйыҡ

 

Ыйыҡ, Ыҡ, Эйек, Яйыҡ... Был атамаларҙың килеп сығышы бер үк тамырҙан булһа кәрәк. Ыйыҡтар, Ыҡтар Башҡортостан картаһында һәм унан ситтә лә ғәйәт киң таралған. Ыҡ (Ик), мәҫәлән, Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран, Баҡалы райондарын буйлап һул яҡтан Камаға барып ҡушылған ҙур ғына йылға. Ә бына уның төньяҡ-көнсығыштағы ике аҙашы – Ыйыҡ (русса яҙылышы – Ик) – Әйҙең һәм Ҡыйғының ҡушылдыҡтары. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы буйынса бөтөн Рәсәйгә билдәле Оло Эйек (Большой Ик) һәм Кесе Эйек (Малый Ик) – республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендәге (Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары) йылғалар. Бынан тыш, Ыйыҡкүл (Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай ауылы), Ыйыҡтау (Мәсетле районының Һабанаҡ, Асҡын районының Олокүл ауылдары), Пермь крайында – Ыҡ (Ик) йылғаһы (Яйваның уң ҡушылдығы), Көнбайыш Себерҙә – Ыҡ (Ик) күле һәм Ҡара Ыҡ (Черный Ик) йылғаһы (Тубылдың һул ҡушылдығы), Ҡаҙағстанда Ыҡ (Ик) йылғаһы (Зайсан күленә ҡоя) һ.б. атамалар бар. Ә инде Европа һәм Азия ҡитғаларын иңләп аҡҡан атаҡлы Яйыҡ (Яик) йылғаһы тураһында ентекләберәк һөйләп үтергә кәрәктер, моғайын.

Яйыҡ – хәҙерге Урал йылғаһының боронғо атамаһы. 1775 йылда, Е. И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң, был ваҡиғалар тураһындағы иҫтәлекте юйып ташлау өсөн, Екатерина II указы менән, Урал тауҙарының исеме буйынса, Урал тип үҙгәртелә. Әммә башҡорттар өсөн ул хәҙер ҙә – Яйыҡ. Яйыҡ (Урал) йылғаһы, “Башҡортостан энциклопе­дияһы”нда яҙылғанса (6-сы том. Өфө, 2017), Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә, Йомро сусаҡ тауының итәгендә башланып (ҡобайырҙа әйтелгәнсә иһә, Яйыҡ башы – Ялпантау), Башҡортостан Республикаһының Учалы районы, Силәбе, Ырымбур өлкәләре һәм Ҡаҙағстан далалары аша үтеп, Каспий диңгеҙенә барып ҡоя. Оҙонлоғо – 2534 километр.

Шуныһы айырыуса мөһим: Яйыҡ – иң боронғо төрки башҡорт атама­ларының береһе. Ул беренсе мәртәбә Даикс формаһында яңы эраның II быуатында грек ғалимы Птолемейҙың “География буйынса ҡулланма” тигән хеҙмәтенә ҡушымта рәүешендә бирелгән карталарҙың береһендә теркәлгән (“Башҡортостан энциклопедияһы”, 5-се том. Өфө, 2016. 142-се бит). Яңы эраның IV быуатында Византия тарихсыһы Менандр уны, һүҙ башында яңғырауыҡлы теш араһы ҙ тартынҡыһы менән, Ҙайх тип телгә алған, ә ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәд ибн-Фаҙлан яҙмаларында (922 йыл) уны Джайк тип уҡыйбыҙ.

Этимология мәсьәләһенә килгәндә, иң элек Ыйыҡ һәм Ыҡ атамаларына туҡталып үтәйек. Был йәһәттән бер нисә фараз билдәле. Беренсеһе: Ыйыҡ, Ыҡ, йәнәһе, пермь телдәрендәге юг, йог/йок (“йылға”) тигән терминдан алынған. Әммә Пермь топонимисы А.С. Кривощекова-Гантман был фекергә ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Улай ғына ла түгел, Каманың үрге ағымына Ыҡ гидронимы көньяҡтан, Башҡортостандан килгәндер, күрәһең, тине ул. Ғалимә хаҡлы, әлбиттә, сөнки Ыйыҡ, Ыҡ гидронимдарының төп ареалы Тарихи Башҡортостан ерҙәренә тура килә. Көнбайыш Себерҙәге Ыҡ (Ик) гидронимдары ла әүүәл шул төбәктәрҙә башҡорттар йәшәгәнлеген дәлилләп тора.

Икенсе фараз буйынса, ыйыҡ, ыҡ “йылға, ағым” тигәнде белдерә. Өсөнсө фараз: Ыйыҡ, Ыҡ (“Ыйыҡ”тың ҡыҫҡа варианты), Эйек (“Ыйыҡ”тың йомшаҡ әйтелеше) төрки телендәге ыйыҡ/ыдуҡ/йайыҡ/изых/ысыах/иссыҡ (“изге”) һүҙенән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Бының буйынса, Ыйыҡ, Ыҡ гидронимдарын Яйыҡ (Йайыҡ) атамаһы менән бер тамырҙан тип раҫларға ла була. Ләкин, ҡаҙаҡ топонимисы А.Ә. Әбдирахманов фекеренсә, Жайыҡ (Йайыҡ) атамаһы “йәйеү, йәйелеү” мәғәнәһендәге жай (йай) һүҙенә -ыҡ ялғауы ҡушып яһалған һәм ул “йәйелгән, йәйеңке” тигәнде белдерә. Ә Рәсәй топонимисы Е.М. Поспелов аңлатҡанса, Яйыҡ (Йайыҡ) йай һәм ыҡ компоненттарынан тора һәм “киң, йәйелеп аҡҡан йылға” тигәнгә тура килә, ләкин был осраҡта ыҡ “йылға” мәғәнәһендәге һүҙ тип аңларға кәрәк. А.К. Матвеев, Яйыҡ гидронимының тамыры ыҡ (“йылға”) тигән версия бар, әммә атаманың беренсе өлөшө аңлашылмай, тип яҙа. Беҙ иһә, Е.М. Поспелов фекеренә ҡушылып, Яйыҡ (Йайыҡ) гидронимы ысынлап та “киң, йәйелеп аҡҡан йылға” тип иҫәпләйбеҙ. Ыйыҡ, Ыҡ менән бергә, Яйыҡты ла боронғо башҡорттар изгеләштергән һәм “Урал батыр” эпосында ул мифологик образдарҙың береһенә әйләнгән. Һуңыраҡ шул мотив йоғонтоһонда Яйыҡты ҡаҙаҡтар Аҡ Жайыҡ тип атай башлаған. Яйыҡ башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында сик буйы ролен дә үтәгән. Әйткәндәй, мең ҡәбиләһенең бер ырыуы Яйыҡ-Ҫыбы тип атала. Башҡорттарҙа Яйыҡбай тигән кеше исеме лә ҡулланылған.

 

Изгеләштерелгән йылғалар

 

Алда билдәләп үтелгәнсә, Ыйыҡ, Ыҡ, Эйек “изге, бөйөк” тигәнде аңлата. Ысынлап та, изге йылғалар, изге күлдәр, изге тауҙар, ғөмүмән, изге урындар улар ыйыҡтар. Ҡырғыҙстандағы Ысыҡкүл дә – шундай географик объекттар рәтендә. Әйткәндәй, “Таулы Алтайҙың топонимик һүҙлеге”ндә ошо уҡ ыйыҡ һүҙенән яһалған ете-һигеҙ атама килтерелгән: Ыйык – йылға, тау; Ыйык-Аалы (Ыйыҡ ауылы) – ауыл; Ыйык-Бажы (Ыйыҡ башы) – күл, тау; Ыйык-Кöл (Ыйыҡкүл) – йылға, күл; Ыйык-Ойык (Ыйыҡ-Уйыҡ) – тау; Ыйык-Таг (Ыйыҡтау) – тау.

Алтай телендә был атамалар “изге”, “йылғалар, тауҙар, үҙәндәрҙең рухы” тигән мәғәнәләге “ыйык” һүҙенән яһалған. Тимәк, ыйыҡ (“изге”) һүҙенән алынған атамаларҙың йышлығы йәһәтенән Таулы Алтай ареаль планда тарихи Башҡортостандан ҡала икенсе урында тора. Тыуған яҡты өйрәнеүсе замандашыбыҙ Рауил Исламшин Көньяҡ Уралды юҡҡа ғына Ыйыҡ тауҙар иле тип атамаған.

Ниһайәт, Яйыҡ гидронимы менән даи, дах, даих этнонимы араһындағы бәйләнеш тураһында бер нисә һүҙ. Тарихсылар араһында Птолемей картаһындағы Даих йылғаһының атамаһы Арал диңгеҙе менән Урал тауҙары араһында Геродот дәүеренән үк йәшәгән дах-массагет ҡәбиләләренең исеменән барлыҡҡа килгән тигән фекер таралған, тип яҙа академик Н. А. Мәжитов һәм   Ә. Н. Солтанова. Шул уҡ ваҡытта дах, даи, даих этнонимы, киреһенсә, был ҡәбиләләрҙең изге йылғаһы – Даих (Йайыҡ) гидронимынан алынған булыуы тураһындағы фекер, әлбиттә, ышаныслыраҡ.

Эйе, Ыйыҡ, Ыҡ, Эйек, Яйыҡ – беҙҙең алыҫ мең йыллыҡтар төпкөлөндә үк изгеләштерелгән йылғаларыбыҙ улар.

 

Рәшит ШӘКҮР.

Читайте нас: