Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
23 Ғинуар 2022, 15:30

Ысын ҡыш тантана итә!

Һалҡындар урыны менән минус 30 градусҡа етеүе ихтимал.

Ысын ҡыш тантана итә!
Ысын ҡыш тантана итә!

Ҡышҡы селлә үҙ хакимлығына инә, күрәһең. Республикала киләһе аҙнанан көндәр һыуыта.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 24 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, үҙгәреүсән. Һауа температураһы төндә  минус 13 – 18 градус, урыны менән 23 – 28 градусҡа етә.  Көндөҙ – минус 10-15 градус.

25 ғинуарҙа ла яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, талғын, үҙгәреүсән.   Һауа температураһы төндә минус 15 – 20 градус, урыны менән 25 – 30 градусҡа етә. Көндөҙ – минус 11-16 градус.

Бөгөн синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай. Юлдың ҡайһы бер урындарында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына ике-ете метр тиҙлектә иҫә.  Һауа температураһы көндөҙ – минус   8-13 градус, урыны менән 17 градусҡа тиклем һыуыта.

Оҙон юлға сығыусыларға бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк. Үҙегеҙ менән йылы кейемдәр алырға онотмағыҙ! Ә инде ысын ҡыштың тантана итеүе бигерәк тә яҡшы. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы!

Фото: loveopium.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: