Марттың икенсе яртыһы башланды, ә тышта һаман ҡыш уртаһындағы кеүек һалҡын көндәр тора. Таулы райондарҙа бөгөн иртән -30–32 градусҡа тиклем һыуытҡан хатта. Ҡасан яҙғы йылы көндәр етер икән?
Гидрометеоүҙәк белгестәре быға яуап бирҙе. Аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл йылыныуы көтә беҙҙе. Йома һәм шәмбе көндө һауа температураһы -1 градус булһа, йәкшәмбе +1-гә тиклем йылытасаҡ. Дүшәмбе, 21 мартта +2 градус йылы көтөлә.
Шул уҡ ваҡытта, синоптиктар белдереүенсә, урыны менән ҡарлы ямғыр ҙа яуасаҡ.
Бөгөн һәм иртәгә көндөҙ -4 градус буласаҡ, ә төндәрен –21 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
Йылыта башлауға күп ҡалманы, саҡ ҡына түҙәйек!
Фото: ok.ru