Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
28 Март 2022, 15:00

Яҙ, яҙ, яҙ килә...

Республиканың баш синоптигы апрелдең нисек килерен фаразланы

Яҙ, яҙ, яҙ килә...
Яҙ, яҙ, яҙ килә...

Башҡортостанда апрелдең тәүге декадаһында яуым-төшөмдөң норманан күберәк булыуы көтөлә, тип хәбәр итте бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская.

Уның әйтеүенсә, республикала һауа температураһының норманан уртаса ике-дүрт градусҡа юғары булыуы көтөлә.

– Ноль аша күсеү 31 марттан 1 апрелгә тиклемге осорҙа норманан дүрт-биш көнгә алдараҡ була. Уртаса тәүлек һауа температураһының артыуына һәм яуым-төшөмгә бәйле республика биләмәһендә ҡар япмаһының әүҙем иреүе мөмкин, был аҙна дауамында йылға үҙәндәренә ҡар һыуҙары килеүенең артыуына һәм уларҙың кинәт асылыуына булышлыҡ итәсәк. Асылғанда боҙ тығындары барлыҡҡа килеүе һәм һыуҙың ярҙарынан сығыуы ихтимал. Алдағы ике көндә, 29 марттан, беҙ ямғыр ҡатыш епшек ҡар яуыуын, боҙлауыҡ булыуын, елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүен көтәбеҙ, – тине Вилора Горохольская.

Уның белдереүенсә, килеп тыуған көҙгө-ҡышҡы осорҙоң гидрометеорологик шарттарын, шулай уҡ яҙғы процестарҙың көтөлгән үҫешен иҫәпкә алып, Башҡортостанда йылғаларҙың күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән бер-ике көнгә һуңыраҡ асылыуы көтөлә.

Төбәктең баш синоптигы һүҙҙәренсә, Ағиҙел бассейнындағы һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм 1,2 метрҙан түбәнерәк булыуы фаразлана. Дала йылғаларында, киреһенсә, һыу кимәленең норманан 30-50 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.

“Яҙғы ташҡын күләме уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10-35 процентҡа түбәнерәк фаразлана. Һыуҙың максималь сығымдары норманан 25 процентҡа түбәнерәк һәм ошо сиктә көтөлә”, – тине Вилора Горохольская.

Мәҫәлән, Собханғол эргәһендә Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүҙең көтөлгән датаһы быйыл 13-19 апрелгә тура килә, Стәрлетамаҡ янында – 8-14 апрелдә, Бөрө янында – 14-20 апрелдә.

Ҡариҙел йылғаһында Үрге Һөйән эргәһендә боҙ китеү 12-18 апрелдә көтөлә, Шакша эргәһендәге участкала – 7-13 апрелдә.

Эҫем йылғаһында Глуховский участкаһында – 10-16 апрелгә, Бочкарев янында Дим йылғаһында 10-16 апрелгә боҙ китеүе көтөлә.

8-13 апрелдә Урал йылғаһы бассейнында йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе фаразлана, был нормаға яҡын. Был йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк булыуы көтөлә.

– Көнсығыш Кама аръяғына килгәндә, бында һыуҙың максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын булыуы көтөлә, – тип өҫтәне ул. – Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында максималь кимәлдәрҙең улар асылғандан һуң ике-өс көн дауамында барыуына иғтибар итәбеҙ.

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: