“Бәйләнештә" социаль селтәрендәге “Ғабдиным – тыуған төйәгем” төркөмө диуарында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Әбйәлил районының Байым мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ҡанаты һынып, тубынан айырылып ҡалған аҡҡошто тотоп алған.
Урындағы ветеринар Хәйҙәр Хөснуллин аҡҡоштоң ҡанатын бәйләгән. Район үҙәгенә китеп барған кешеләр иһә уны юл ыңғай Асҡарға клиникаға алып барып ҡалдырған. Уны артабан Өфөгә алып китергә, дауаларға ебәрергә тейештәр, тип уртаҡлаша әбйәлилдәр.
"Белгән кешеләр пары яҡын тирәлә йөрөргә тейеш, тине. Шуға, иғтибар итеп йөрөгөҙ, хәбәр итеүегеҙ һорала. Ошоноң кеүек хәл бөгөн Йылайырҙа ла булған”, – тип уртаҡлаша улар.
Фото: “Ғабдиным – тыуған төйәгем” төркөмө диуарынан