Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Апрель 2022, 13:30

Ташҡындар ҡасан бөтөр?

Был һорауға яуапты оператив кәңәшмәлә бирҙеләр. 

Ташҡындар ҡасан бөтөр?
Ташҡындар ҡасан бөтөр?

Әле Башҡортостан ташҡын үҙәгенә сыҡмаған. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

– Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре һәм белгестәр баһаһы буйынса, беҙ ташҡындың иң ҡыҙыу мәлен апрелдең өсөнсө декадаһында көтәбеҙ. Шул саҡтан һуң һыу тулыһынса китәсәк, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы хәлде даими контролдә тоторға, кешеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты.

– Һеҙҙең төп бурыс – хәүефте юҡҡа сығарыу, ә аҙаҡ проблеманы хәл итеү түгел, – тине Радий Фәрит улы.

Ҡотҡарыусыларға ярҙамға үткән аҙнала Ка-32Ф11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты бирелде. Радий Хәбиров быны бик мөһим сара тип билдәләне. Ял көндәрендә яңы вертолет тәүге осошон үткәргән дә.

– Инйәр, Нөгөш, Ағиҙел, Дим йылғаларының һыу ятҡылыҡтарын урап сыҡтыҡ. Пилотһыҙ аппараттарҙан алғанға ҡарағанда, бында һүрәттәрҙең сифаты бөтөнләй икенсе. Ҡайҙа боҙ тығындары бар, ниндәй саралар талап ителгәне шунда уҡ күренә. Әлегә ниндәйҙер хәүеф Дим йылғаһында булыуы ихтимал тип күҙаллайбыҙ, башҡа йылғаларҙа барыһы ла һәйбәт. Баҫыуҙарҙа ҡар иреп бөттө, дым туплана – был аграрийҙар өсөн яҡшы, сәсеүҙе башларға мөмкин, әммә урмандар өсөн был тиҙҙән янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуын аңлата. Дөйөм алғанда, яңы техника беҙгә ныҡ ярҙам итә, – тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы яңы вертолет урман янғындары менән хәлде лә тотороҡландырырға ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.

– Беҙҙең ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр өсөн дә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы өсөн дә шатбыҙ, сөнки бындай техниканы етештереү еңел түгел, 11 йыл көттөк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: